

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә, беренсе вице-премьер, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, бер нисә ислам дәүләте вәкилдәре Башҡортостанда Евразия иҡтисади үҙәген булдырыу проектын хуплаған.
Уның һүҙҙәренсә, үткән аҙнала Мәскәүҙә Бахрейн, Ҡазағстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Катар, Иордания, Иран, Йемен республикаһы кеүек ислам дәүләттәре вәкилдәре ҡатнашлығында проектты тикшереү булған.
“Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәм илселәрҙең башланғысы буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе исеменә ошо илдәрҙең бизнесына булышлыҡ итеү һәм Башҡортостанда ошондай башланғысты тормошҡа ашырыуға ҡыҙыҡһыныу тураһында берләштерелгән хат әҙерләнә”, – тине Рөстәм Моратов.
Евразия иҡтисади үҙәге проекты 10 сентябрҙә Нуриман районында республиканың иҡтисади үҫешенең стратегик проекттарын әҙерләү буйынса стратсессияла ла тикшерелде, тип өҫтәне ул. Сарала 100-ҙән ашыу кеше, төп министрлыҡтар, ведомстволар һәм үҫеш институттары ҡатнашты.
“Форумда ҡатнашыу өсөн директор Владислав Онищенко етәкселегендәге Рәсәй Стратегик асыштар үҙәгенең бөтә командаһы килде. Беҙ ете төп йүнәлеште – транспортты, дәүләт-шәхси партнерлыҡты, туризмды үҫтереүҙән алып Евразия иҡтисади үҙәген үҫтереү кеүек стратегик проекттарыбыҙға тиклем эшкә алынды. Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса, Радий Фәрит улы, бөтә башланғыстар юл картаһында сағылыш табасаҡ, күп йүнәлештәр буйынса күҙалланған маҡсатлы күрһәткестәр бар”, – тине вице-премьер.
Фото: pravdapfo.ru