

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Стратегик эшләнмәләр үҙәге” фонды президенты Владислав Онищенко менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк менән фонд араһында эшмәкәрлекте үҫтереү, Башҡортостан биләмәһендә перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Фекер алышыуҙа республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ үҙәк эксперттары ҡатнашты.
– Һеҙҙең йөҙҙә ышаныслы партнер күрәбеҙ. Башҡортостанда Стратегик эшләнмәләр үҙәге бар. Минеңсә, бындай структуралар Рәсәй Федерацияһының һәр төбәгендә булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Перспективалы йүнәлештәр иҫәбенә пилотһыҙ авиация кластерын һәм баҫма аддитив микроэлектроника үҙәген ойоштороу инә. Стратегик эшләнмәләр үҙәге менән Башҡортостанда шулай уҡ Махсус административ район булдырыуҙы планлаштырабыҙ.
Мәғлүм булыуынса, 9 сентябрҙә Мәскәүҙә, республика биләмәһендә, ислам финанслау алымдарын файҙаланып, Махсус административ район асыу мөмкинлеге тикшерелгәйне. Был башланғыс буйынса фекер алышыуҙа Ҡаҙағстан, Иран, Төркиә илселектәре, Бахрейн, Индонезия, Катар, Сәғүд Ғәрәбстаны, Малайзия дипломатик миссияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Стратегик эшләнмәләр үҙәге президенты Владислав Онищенко Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Рәсәйҙең башҡа бер төбәге менән дә бындай тығыҙ хеҙмәттәшлек яйға һалынмаған. Был республиканы үҫтереү өсөн әҙерләгән тәҡдимдәрҙе уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш, – тине Владислав Онищенко. – Һеҙҙә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һәм социаль өлкәлә байтаҡ стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы нигеҙ бар.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙ-ара хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре хаҡтында һөйләште.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press