

Республика Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Нуриман районында “Ҡыйыу ҡарарҙар. Башҡортостандың иҡтисади үҫеше” тигән стратегик сессия ойошторолдо. Унда Ағиҙел ҡалаһын үҫтереү юлдары тикшерелде.
– Төп маҡсат – киләсәк тураһында ябай ғына һөйләшеү йәки маҡсатҡа өлгәшеү өсөн аныҡ аҙымдар тәҡдим итеү генә түгел, беҙ һөҙөмтәле һәм емешле эшләгәндә генә тотош республикабыҙҙың киләһе биш йылда нисек үҫешеүен күҙаллай аласаҡбыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инновацион сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Ошо стратегик сессияла индерелгән бөтә яңылыҡты ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, тормошҡа ашырыу зарур. Уны башҡорт халҡының тарихи һыҙаты тип атарға мөмкин.
Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе.
- Тикшереүҙә ҡатнашыусылар фекеренсә, тәҡдим ителгән проекттар инвесторҙарҙың, шул иҫәптән сит ил инвесторҙарының ышанысын арттырасаҡ. Шул рәүешле сит ил инвестицияларын йәлеп итергә, дөйөм алғанда инвестициялар күләмен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, - тине Наил Ғәббәсов. - Бынан тыш, тәҡдим ителгән проекттар юғары бюджет сығымдары хәүефен кәметеүҙе, бюджет процестарының асыҡлығын һәм проекттарға инвестицияларҙың күп тапҡырға артыуын күҙ уңында тота.
Эшсе төркөм, иҡтисади процесҡа ыңғай йәки кире яҡтан тәьҫир итә алған трендар, уның мөмкинлектәре тураһында ҡыҙыу фекер алышты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.