

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Транспорт сәғәте" форматында сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәк юлдарында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматик теркәү системаларын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һүҙҙәренсә, 13 сентябргә ҡарата Башҡортостанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы фото-видеотеркәү буйынса 1 680 комплекс эшләй. Бынан тыш, ай ярым эсендә уларға яңыртылған 54 һәм планға ярашлы ремонттан һуң тағы 13 комплекс өҫтәләсәк. Шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны 1747–гә тиклем артасаҡ.
Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев хәбәр итеүенсә, артабан системалар Мәскәү өлкәһе тәжрибәһен иҫәпкә алып үҫтереләсәк. Уны ошо көндәрҙәге сәфәр барышында өйрәнгәндәр.
"Автоматик камералар тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы ғына теркәп ҡалмай, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡан, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыу һәм юл аша сығыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә штрафтар тәғәйенләнә. Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса бер нисә мең ҡарар сығарылған. 2022 йылда баш ҡала урамдары киҫелешендә 18 комплекс ҡуйылды. 2023 йылға планда - Өфөлә тағы ла 38 юл сатын һәм Стәрлетамаҡта өс юл сатын йыһазландырыу. Был республика юлдарында хәүефһеҙлекте арттырырға тейеш. Шуны билдәләп үтәйек: 2022 йылдың башынан Башҡортостанда 2,3 мең юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 2 860 кеше зыян күргән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 10,6 процентҡа кәмерәк. Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны 262 тәшкил иткән, был 2021 йылғы кимәлдән 19,3 процентҡа кәмерәк", - тип билдәләне Мансаф Низаҡаев.
"Транспорт сәғәте"ндә ҡатнашыусылар шулай уҡ ауырлыҡ контроле системаһы эшен ҡараны. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев Башҡортостан юлдарында бөтәһе 13 автоматлаштырылған үлсәү пункты ҡуйылыуы хаҡында әйтте. 13 сентябргә ҡарата шундай 11 комплекс эшләй. Тағы икәүһе 15 сентябрҙән эш башлаясаҡ.
"Ауыр йөк ташыу - юл япмаһының емерелеү сәбәптәренең береһе. 2022 йылдың 1 июненән ауырлыҡ контроле системалары тест режимынан етешһеҙлектәр тураһында акттар сығарыуға күсте. Беҙ комплекстарҙы урап үтмәҫлек итеп урынлаштырырға тырыштыҡ. Комплекстар эшләй башлағандан алып 1,8 мең акт сығарылған. Ләкин ҡайһы бер водителдәр ошондай участкаларҙы үткәндә автомобилдәрҙең номер билдәләрен яба", - тип хәбәр итте Александр Булушев.
Республика етәксеһе ошо мәсьәләгә булышлыҡ итеү һәм ауырлыҡ контроле пункттары эргәһендәге трасса участкаларында дежурлыҡ ойоштороу өсөн ЮХХДИ етәкселеге менән бәйләнешкә инәсәген белдерҙе.
"Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығына автоматик үлсәү пункттарының эшен тикшерергә һәм бер аҙнанан уның һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итергә ҡушам. Һөҙөмтәләр буйынса юлдарыбыҙға зыян килтергән, урындағы халыҡтың уңайлы йәшәүенә ҡамасаулаған транспорт хужалары менән етди һөйләшәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru