

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “ОДК-УМПО” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хаҡында яҙҙы.
“Видеола – беҙҙең “ОДК-УМПО” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү-уҡытыу үҙәге. Минеңсә, заманса уҡыу цехы тап ошондай булырға тейеш. Дөйөм алғанда, бөтә предприятиеларыбыҙҙың да хеҙмәтте ошо рәүешле ойоштороуы, ошондай тәртипкә ынтылыуы мөһим.
Бөгөн беҙ “Ростех” менән хеҙмәттәшлектә сираттағы аҙымды яһаныҡ. Дәүләт корпорацияһы авиация кластерының башҡарма директоры Анатолий Эдуардович Сердюков менән беҙҙең етештереү-уҡытыу үҙәге мөмкинлектәрен киңәйтергә килештек. Профилле колледждарҙың студенттары бында практика үтә аласаҡ. Яҡын арала республика “ОДК-УМПО” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән тейешле килешеүгә ҡул ҡуя.
“Ростех”тың Өфөләге етештереү-уҡытыу үҙәге – үҙенсәлекле, Рәсәйҙә берҙән-бер. Унда лабораториялар, станоктар паркы, өр-яңы ҡорамалдар бар. Беҙҙең бурыс – йәштәрҙе, буласаҡ белгестәрҙе, тап ошондай заманса ҡорамалда эшләргә өйрәтеү. Үҙен практикала яҡшы яҡтан күрһәткәндәр производствола нығынып ҡаласаҡ – ошо рәүешле беҙ квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итербеҙ. Заводҡа яҡшы әҙерлекле кешеләр килер, уларҙы ҡайтанан уҡытыуҙың кәрәге булмаҫ.
Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: ufatime.ru/news
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov