

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт Йортонда төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе хеҙмәт алдынғылары Башҡортостандың, Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамоталары һәм республика етәксеһенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Наградаларҙы тапшырып, Премьер-министр урынбаҫары Алан Марзаев төҙөлөш тармағының республика иҡтисадында төп урынды алып тороуын билдәләне.
– Республика бер нисә йыл дауамында илдең төҙөлөш тармағында лидерҙарҙың береһе булып тора. Пландар ҙур – 2030 йылға дүрт миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесенә етеү. Беҙ был бурысты атҡара аласаҡбыҙ, тип уйлайым, – тине Алан Марзаев.
Төҙөлөш комплексының бындай ҙур маҡсатҡа өлгәшеүе өсөн мөмкинлектәр етерлек, тип иҫәпләй Премьер-министр урынбаҫары. Ул төҙөүселәргә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ғаилә бәхете, һаулыҡ теләне.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/