

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Шишмә еләк-емеш питомнигында булды. Был инвестиция проекты 2020 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Күләмле проекттың тәүге этабы быйыл тамамлана, хужалыҡта 80 гектар майҙанда интенсив һәм суперинтенсив типтағы алма баҡсаларына нигеҙ һалына. Бөгөн улар тәүге уңышты йыя.
Илшат Фәзрахманов интенсив технология буйынса үҫтерелгән участканы ҡараны. Бында алманың “Жигулевский” сортын йыйыу башланған. Биш төрлө сорттағы алма үҫтерелә, һәр береһенең өлгөрөү ваҡыты төрлөсә. Әлегә уңыш юғары түгел, был күрһәткес бишенсе йылда ғына ныҡ күтәреләсәк, ти белгестәр. Ике йылдан баҡсаның һәр гектарынан 30-ар тонна алма йыйып алынасаҡ.
– Был - ябай булмаған, тәүәккәллек талап иткән бизнес. Шулай ҙа яңы технологиялар буйынса тәүге уңышты һеҙ, вәғәҙә иткәнсә, алдығыҙ, – тине министр. – Һеҙҙең өлгөгә башҡалар ҙа эйәрер, тип өмөтләнәбеҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/