

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шатлығы менән уртаҡлашты.
“Бөгөн - Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары, шулай уҡ бөтә Башҡортостан өсөн көтөп алынған мөһим көн. Беҙ М-7 “Волга” федераль трассаһының 65 саҡрым тәшкил иткән участкаһын төҙөүгә тотондоҡ. Юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар, Әсән ауылдарын урап үтәсәк. Был бик яҡшы – транзит транспортын ауылдарҙан ситкә алып сығып, экологик хәлде яҡшыртасаҡбыҙ.
Был участка икенсе бер күләмле инфраструктура проектының – юғары тиҙлекле Ҡазан–Екатеринбург магистраленең өлөшө буласаҡ. Проект ҡиммәт һәм республика өсөн мөһим. Илдең башҡа эре үҙәктәре менән бәйләйәсәк уңайлы һәм тиҙлекле коридор аласаҡбыҙ. Бизнес та яңы ҡеүәткә эйә буласаҡ: юл заправка станциялары, сифатлы юл сервисы объекттары талап итә.
"Росавтодор" пландары буйынса, эш 2024 йылда тамамланырға тейеш. Трасса дүрт һыҙатлы була. Унда ике күпер, туғыҙ юл үткәүеле, 18 проезд, 70 һыу үткәреү торбаһы һалыу ҡаралған. Хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бирелә – магистраль бөтә һуҙымында яҡтыртыласаҡ, ә ҡаршы һыҙаттарҙы металл кәртәләр айырып торасаҡ.
Изге юлға! Алға!", - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Р.Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.