

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала дарыу етештереү 38,6 процентҡа артҡан. Эксперттар әйтеүенсә, был үҫеш сит ил компанияларының беҙҙең баҙарҙан китеүе һәм Ватан препараттарына ихтыяждың артыуы менән бәйле.
Һүҙ бында ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш, нервы, тын алыу юлдары сирҙәре буйынса дарыуҙар тураһында бара.
Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе лә быйылғы ете айҙа былтырғы шул уҡ осорға ҡарата 103 процент тәшкил иткән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән ике процентҡа юғарыраҡ.
“Иң ҙур үҫеште ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу, электр энергияһы, газ, пар менән тәьмин итеү һәм эшкәртеү тармаҡтары бирҙе. Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 төрөнөң 19-ы үҫешкә өлгәште, электр ҡорамалдары етештереү 2,4 тапҡырға артты, мебель эшләп сығарыу күрһәткесе лә 35,4 процентҡа юғарыраҡ. Бөтә был күрһәткестәр - сәнәғәт сәйәсәтенең йоғонтоло булыуы һәм дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһе”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru.