Иҡтисад
14 Сентябрь 2022, 17:45

Эшҡыуарҙар табыш алырға өйрәнә

Үҙәктең бөтә белем биреү программалары түләүһеҙ.

Эшҡыуарҙар  табыш алырға өйрәнәЭшҡыуарҙар  табыш алырға өйрәнә
Эшҡыуарҙар табыш алырға өйрәнә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Минең бизнес” үҙәге “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” программаһы буйынса уҡытыуҙы тамамланы. Унда төбәктең утыҙ йүнселе ҡатнашты.

Бушлай белем биреү сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

"Беҙ эш башлаған йүнселдәрҙе өҫтәмә уҡытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Үҙәктең бөтә белем биреү программалары түләүһеҙ. Әлеге мәлдә тағы ла ҡырҡ белем биреү сараһын теркәү бара", – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Биш көн эсендә курсты тыңлаусылар компанияны нисек үҫтереү, табышты арттырыу, яңы клиенттар табыу серҙәрен өйрәнде. Эксперттар менән берлектә конкуренциялы көрәш, маркетинг һәм планлаштырыу мәсьәләләре өҫтөндә баш ватты.

Ә эш башлаған йүнселдәр һәм үҙмәшғүлдәр өсөн “Минең бизнес” үҙәгендә “БизнеСтарт” курсы дауам итә. Һорауҙарығыҙ менән +7(347) 224-99-99 телефонына шылтырата алаһығыҙ. Бөтә мәғлүмәттәрҙе “Минең бизнес” үҙәге сайтында https://cmbrb.ru/ табып була.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас