

Республика Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға Фёдоровка районында 24 тонна ашлыҡ һаҡлау мөмкинлеге булған элеватор төҙөү буйынса яңы бизнес-тәҡдим әҙерләгән. Тәҡдим ителгән инвестиция проекты бюджеты 310,80 млн һум тәшкил итә, предприятиела 35 яңы эш урыны булдырыла. Проектты тормошҡа ашырыуҙың планлаштырылған мөҙҙәте — бер йыл.
— Башҡортостан — Рәсәйҙең ауыл хужалығы өлкәһендә иң уңышлы үҫешеүсе төбәктәренең береһе. Фёдоровка районындағы ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 139 мең гектар тәшкил итә, уларҙың күпселеген һөрөнтө ерҙәр тәшкил итә. Ҡыҙыҡһынған инвесторға кәрәкле ҡорамалдар, иҫәпләүҙәр уйларға кәрәкмәй — быларҙың барыһы ла тәҡдим ителгән бизнес-планда сағыла, — тине Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Бынан тыш, проекттың һәр этабын үҫеш корпорацияһы коллективы бушлай оҙатып барасаҡ.
Бынан алда Башҡортостан Башлығының оператив кәңәшмәһендә төбәктә йыйылған уңышты һаҡлау өсөн ҡеүәт етмәүе тураһында хәбәр ителгәйне. Был йәһәттән республикала ашлыҡ һаҡлау келәттәренең һанын арттырыу кәрәклеге билдәләнде.
Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторға дәүләт ярҙамы саралары тәҡдим ителә: инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү, ойошманы мөлкәт һалымынан азат итеү, ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия биреү.
Тәҡдим ителгән инвестиция тәҡдиме менән Үҫеш корпорацияһы сайтында «Бизнес эштәре» бүлегендә танышырға мөмкин.
Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы үҙ бизнесын үҫтерергә теләгән барлыҡ инвесторҙарға ла комплекслы ярҙам күрһәтергә һәм улар өсөн ышаныслы партнер булырға әҙер. Ентекле мәғлүмәт менән https://kr-rb.ru/ үҫеш корпорацияһының рәсми сайтында йәки (347) 214-90-70 телефоны аша танышырға мөмкин.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.