

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә юл һалыу, төҙөкләндереү мәсьәләһен телгә алды.
“Башҡортостанда 795 километр юл – федераль әһәмиәттә. Уның иҫәбенә төбәгебеҙ, шулай уҡ тотош ил өсөн тормошсан мөһим транспорт артерияларын тәшкил иткән М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 Өфө – Ырымбур трассалары инә.
Һуңғы йылдарҙа беҙ “Росавтодор” менән берлектәге эште ярайһы уҡ әүҙемләштерҙек. Маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы тулыһынса аңлайбыҙ.
Әлеге слайдта Башҡортостанда юл һалыуға, реконструкциялауға, төҙөкләндереүгә, проектлау-эҙләнеү эштәренә федераль бюджеттан бүленгән аҡса күрһәтелгән.
Был маҡсатҡа финанслау күләме йылдан-йыл арта. 2021 йыл менән сағыштырғанда быйыл – 167 процентҡа күберәк. Киләһе йылдарҙа тағы ла артыр, тип иҫәп тотабыҙ.
Федераль юлсыларҙың Башҡортостанда пландары ҙур, шул иҫәптән Ҡазан – Екатеринбург маршрутының бер өлөшөнә әүереләсәк автомобиль юлы участкаһын һалыу.
Был һандар артында – кеше яҙмышы, ғүмере һәм һаулығы. “Урал буйы” юл идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, федераль трассаларҙа юл фажиғәләрендә һәләк булғандар һаны – 55 процентҡа, был фажиғә эҙемтәләренең ауырлыҡ күрһәткесе 38 процентҡа түбәнәйгән.
Федераль коллегаларыбыҙға эш һәм беҙҙе аңлаған өсөн рәхмәт. Беҙҙең үтенестәр һәм бурыстар нигеҙле – магистралдәр заманса, яҡшы уйланылған, уларҙан йөрөү уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта иң мөһиме – хәүефһеҙлек”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov