

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы Нефтекама ҡалаһында төп канализация насос станцияһы төҙөү һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороу буйынса эштәргә торг иғлан итте.
Проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 3,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Мәғлүмәт һатып алыуҙар өлкәһендә Берҙәм мәғлүмәт системаһы сайтында урынлаштырылған.
Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов әйтеүенсә, туҙған таҙартыу ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороу һәм тәүлегенә 41,2 мең кубометр етештереүсәнлегенә эйә төп канализация насос станцияһын төҙөү ҡаланың үҫеше өсөн бик мөһим. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу торлаҡ төҙөлөшөнә шәхси инвестициялар йәлеп итергә, яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.
Контрактты башҡарыусы инженер бурыстарын үтәргә, проект һәм эш документтарын әҙерләргә тейеш. Төп канализация насос станцияһын төҙөү буйынса бөтә эштәрҙе 2024 йылдың октябрь аҙаҡтарына тамамлау күҙ уңында тотола. Таҙартыу ҡоролмалары буйынса проект 2025 йылдың 30 июненән дә ҡалмай тормошҡа ашырылырға тейеш. Белеүебеҙсә, Нефтекамала таҙартыу ҡоролмаларының 90 проценты ныҡ иҫкергән хәлдә.
Фото: pravitelstvorb.ru