Иҡтисад
14 Сентябрь 2022, 03:00

Министр ҙа ҡунаҡта булған...

Эшҡыуарлыҡҡа тотонған Лиана һәм Илдар Сәхиповтар ниндәй уй-ниәттәре менән уртаҡлашҡан?  

Министр ҙа ҡунаҡта булған...Министр ҙа ҡунаҡта булған...
Министр ҙа ҡунаҡта булған...

Балтас районында эшҡыуарлыҡҡа тотонған Лиана һәм Илдар Сәхиповтар үҙҙәрен һынатмаған. ”Йәштәрҙең ”Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ғариза биреүенә йыл ярым ваҡыт уҙҙы. Еләк, ҡурай еләге үҫтереүгә дәррәү тотондолар, аҙаҡ һарымһаҡ үҫтерә башланылар. Һөҙөмтәләр көтөлгәндән артыҡ булды! – тип һөйөнөп яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев. – Алда яңы пландар – әүҙем туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыу: глемпинг, йыл дауамында балыҡ тотоу, атта һәм джип-триалда йөрөү һәм башҡа  күп төрлө мауыҡтырғыс саралар. Пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бизнесҡа ярҙам итеүсе төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу мөһим. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзаловтың эшлекле сәфәре барышында Көндәшлеләге йәш ғаиләнең ҡунаҡ йортонда һәм баҡсаһында осрашыу үтте. Министр булдыҡлы ғаиләнең оло хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе һәм уңышлы проекттарҙы яҡлауҙа кәңәштәре менән уртаҡлашты”.

Эш башлаусы йәштәр үҙҙәрен төрлө йүнәлештә һынап ҡарарға теләй. ”Эшҡыуарлыҡ – тәүәккәлдәр аҙымы, ул яҡшы һөҙөмтә бирһен өсөн ал-ял белмәй эшләү кәрәк”, - тип яҙа “Балтас таңдары” гәзите.

Рима Вәлиева фотолары.

Министр ҙа ҡунаҡта булған...
Министр ҙа ҡунаҡта булған...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас