

Аҙнаның өс көнөндә иртән иртүк Роза ханымды бидон, банка тотҡан әбейҙәр, йәш хужабикәләр көтөп ала. Уның һөт аҙыҡтарының бик тәмле, үтемле булыуын нуримандар яҡшы белә, тип яҙа “Красный ключ” гәзите хәбәрселәре. Роза Әхләф ҡыҙы Ырымбурҙа тыуып үҫһә лә, 25 йыл инде Нуриман районының Оло Шиҙе ауылында йәшәй. Ошо ауылға ҡунаҡҡа килеп, тормош иптәшен осратып, яҙмышын сит төбәк менән бәйләгән ул. Хәҙер бында күптән үҙ кеше инде.
Үткән быуаттың 80-се йылдарында ҡыҙҙар ул саҡта бик “модала” булған ир-ат һөнәрҙәрен үҙләштереүгә тотона, трамвай, поезд, электричка, троллейбус машинистары булып эшләй. Ә Роза трактор йөрөтөргә өйрәнә.
Байрамаловтар ғаиләһе күптән шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнһә лә, һөт аҙыҡтары, еләк-емеш менән сауҙа итмәгән. Бер нисә йыл элек үҙмәшғүллеккә тотона Роза Әхләф ҡыҙы.
– Хужалыҡта дүрт һауын һыйыры бар. Ике үгеҙ, өс быҙау, алтмыштан ашыу тауыҡ аҫрайбыҙ. Ит һатабыҙ. 26 гектар еребеҙҙә картуф, помидор, борос, баклажан, һарымһаҡ, еләк үҫтерәбеҙ. Бер һөт менән әллә ҡайҙа барып булмай, – ти Роза Әхләф ҡыҙы. – Барыһына өлгөрөр өсөн иртәнге сәғәт дүрттә торам, алтыла ауылдан сығып китәм. Үҙем менән 12 литр ҡаймаҡ, 15 килограмм эремсек, 120 литр һөт алам, сауҙа нөктәләре буйлап таратам. Төшкә тиклем һатып бөтәм. Ҡышҡыһын һатырға һирәгерәк сығам. Тормош иптәшем менән улым вахтанан ҡайтҡас, эш еңелләшә, – ти эшҡыуар. – Минең хужалыҡта бер ни ҙә әрәм булмай, һәр аҙыҡ-түлектең үҙ ваҡыты бар.
Роза ханым аҙыҡ-түлектең сифатын һәр саҡ контролдә тота. Йылына ике тапҡыр ветеринарҙа мал-тыуарының һаулығын тикшертә, тейешле прививкаларҙы эшләтә.
Фото: “Красный ключ” гәзите.