Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 17:30

Үҙебеҙҙә етештерелә башлаясаҡ

Бәләбәйҙең "Автокомплект" заводы "АвтоВАЗ"дың еңел автомобилдәре өсөн тормоз дискылары етештереүгә тотона.

Үҙебеҙҙә етештерелә башлаясаҡҮҙебеҙҙә етештерелә башлаясаҡ
Үҙебеҙҙә етештерелә башлаясаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, проект "Комплекслы изделиелар" программаһы сиктәрендә ҡаралды һәм хупланды, ул төбәктең һәм илең Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ.

Льготалы займ предприятиеға үҙебеҙҙә етештерелгән тормоз дискылары өлөшөн арттырырға мөмкинлек бирәсәк, әле ул ҡулланыу күләменең тик 27 процентын тәшкил итә. Проекттың дөйөм бюджеты - 88,6 миллион һум, шуның 49,6 миллион һумы - льготалы займ, ошо сумманың 21,3 миллион һумы Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан займ рәүешендә бирелеүе мөмкин. Предприятиеның финанслау алыуға ғаризаһын төбәк һәм федераль фондтарҙың эксперт советтары хупланы. 2023 йылдың икенсе кварталында сериялы производство асыу күҙаллана.

- "БЗАК" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды биргән мөмкинлектәр менән беренсе тапҡыр ғына файҙаланмай. Әйтәйек, 2020 йылдан предприятие еңел автомобиль өсөн руль менән идара итеү һәм йөрөү өлөшө автокомпоненттарын етештереү проектын бойомға ашыра. Йыһаздарҙың һуңғы берәмеге быйыл сафҡа индереләсәк. Был маҡсатҡа 107,2 миллион һум күләмендә льготалы заем бирелде, шуның 59,7 миллион һумын - федераль ҡаҙнанан, ә 25,6 миллион һумын Башҡортостан төбәк бүлексәһе бүлде. 2021 йылда "Көрсөккә ҡаршы саралар" программаһы нигеҙендә предприятие Сәнәғәтте үҫтереү төбәк фондынан 15 миллион һумлыҡ льготалы заем алды, проекттың дөйөм бюджеты 75 миллион һум тәшкил итте, - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Компанияның элекке займдары ярҙамында ғәмәлдәге юғары технологиялы, энергияны һаҡсыл файҙаланыусы заманса ҡорамалдар производствоһын модернизациялауға һәм автокомпоненттар етештереүҙе ойоштороуға өлгәшелде. Яңы проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында Бәләбәй заводы тормоз дискылары етештереү өсөн материал сифатында үҙебеҙҙең инновациялы һоро перлит суйынын ҡулланырға планлаштыра. Был иретмә механик эшкәртеүгә яҡшы бирелә, шулай уҡ  елләтеү һәм йылылыҡ бүлеү системаһының төрлө формаларын төҙөргә мөмкинлек аса. Суйындың икенсе өҫтөнлөгө - яҡшы йылы үткәреүсәнлек, тиҙәр предприятиела.

- 2022 йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды сәнәғәт предприятиеларының 8,2 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 15 инвестиция проектын хупланы. Ошоға тиклем (2017 йылдан) төбәк федераль программаһы 38 миллиард һумдан ашыу суммаға инвестициялар менән 100 проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән. Бирелгән займдар күләме 16 миллиард һум тәшкил итһә, шул иҫәптән федераль фондтан 14,8 миллиард һум бүленгән. Бындай эш төбәккә федераль ҡаҙнанан инвестициялар ағымын арттырырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләй Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фондының генераль директоры Әнүәр Кәримов.

Белешмә өсөн: Бәләбәйҙең "Автокомплект" заводы  Рәсәйҙең дүрт автомобиль заводын - "АвтоВАЗ" акционерҙар йәмғиәтен, "ГАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтен, "УАЗ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен һәм "Соллерс-Алабуға" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен рәсми рәүештә тәьмин итә. Шулай уҡ Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы - икенсел баҙар өсөн аҫылмалы һәм руль менән идара итеү элементтарын етештереүсе ҙур компанияларҙың береһе. Бындай селтәрҙәр Рәсәйҙә, Азербайжанда, Украинала, Ҡаҙағстанда, Әрмәнстанда, Белоруссияла бар.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас