

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың етәкселегендә халыҡ-ара конгресс программа комитетының “Транспорт һәм төҙөлөш” тип аталған кәңәшмәһе ойошторолдо.
– Бындай башланғыстар Башҡортостанға тармаҡ-ара, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте булдырыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ төҙөргә мөмкинлек бирә, – тине Рөстәм Моратов. – Шуға ышанам, быйылғы ошо конгресс эшлекле ҙур сараны традицияға әйләндереүгә этәргес бирә, киләсәктә ул йыл да ойоштороласаҡ.
Рөстәм Моратовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге сараға бай программа төҙөлгән. Илебеҙгә ҡарата булдырылған санкция сәйәсәтен иҫәпкә алғанда, беҙҙә автомобиль, тимер юл, диңгеҙ логистикаһының үҙгәреүен күрәбеҙ. Шулай уҡ үҙгәрештәр транспорт-логистика үҙәгенә, йөк ташыуға, таможня сәйәсәтенә лә ҡағыла.
Шул иғтибарға лайыҡ, 18 сентябрҙән 22 сентябргә хәтлем Башҡортостанда беренсе тапҡыр күләмле тармаҡ-ара сара үткәрелә. Унда Рәсәйҙән тыш, Ҡаҙағстан, Төркиә, Иран, Беларусь Республикаларынан ҡунаҡтар ҡатнаша.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.