Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 17:45

Халыҡ-ара конгресс йыл һайын уҙғарыла

Рөстәм Моратов рәйеслегендә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының Программа комитеты ултырышы булды.

Халыҡ-ара конгресс йыл һайын уҙғарылаХалыҡ-ара конгресс йыл һайын уҙғарыла
Халыҡ-ара конгресс йыл һайын уҙғарыла

Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов рәйеслегендә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының Программа комитеты ултырышы булды.

Быйыл 18 – 22 сентябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр ошондай күләмле тармаҡ-ара сара уҙғарыла. Унда төҙөлөш һәм юл-транспорт тармағындағы төп предприятиелар, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың, Төркиәнең, Ирандың, Белоруссияның финанс секторы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. “Транспорт һәм төҙөлөш” конгресы элегерәк уҙғарылған “Урал транспорты” һәм “УралСтройИндустрия” профилле форум-күргәҙмәләрен алмаштырасаҡ.

– Бындай үҙгәреш Башҡортостанға тармаҡ-ара, төбәк-ара һәм халыҡ-ара эшмәкәрлекте яйға һалыу өсөн һөҙөмтәлерәк майҙансыҡ булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Быйылғы Конгресс артабан йыл һайын үткәрелгән ҙур эшлекле сараға нигеҙ һалыр тип ышанам, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов.

Конгрестың эшлекле программаһында һанлаштырыу, импортҡа алмаш, яңы технологиялар ҡулланыу, көрсөккә ҡаршы саралар һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү, уларҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшереләсәк. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү темаһы программаның мөһим пункты тип билдәләнә.

Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ойошторған секцияла торлаҡ баҙарындағы хәл, ипотека продукттары буйынса фекер алышыу күҙаллана. “Скайкоптер” йәмғиәте конгреста бер нисә инвестиция проектын тәҡдим итмәксе. Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко ошондай әһәмиәтле сараларҙа йәштәргә лә иғтибар бүлеү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Ошоға бәйле Президент гранттары фонды ярҙамы менән Конгреста “Йәш профессионалдар өсөн осош һыҙаты” федераль проекты сессияһы уҙғарыла.

Әйткәндәй, Беларусь Республикаһы беренсе “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының партнер иле буласаҡ. Конгреста ҡатнашҡан рәсми делегацияға Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко етәкселек итәсәк.

Транспорт-төҙөлөш конгресы барышында “Амкодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводы төҙөлөшө башлана. Шулай уҡ Белоруссияның “Минск автомобиль заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм “Дорэлектромаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дилер үҙәген асыу тантанаһы була.

Мәғлүм булыуынса, 2023 йылда Башҡортостанда ҙур сара – Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы үткәрелә. Форум барышында заводтың тәүге продукцияһы – “Амкодор” йәмғиәтенең иген киптереү комплекстары конвейерҙан төшәсәк, тип күҙаллана.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас