Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 13:30

Килемле бизнес булмаҡсы

Рәсәйҙә ул киң танылыу ала бара.

Килемле бизнес булмаҡсыКилемле бизнес булмаҡсы
Килемле бизнес булмаҡсы

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың экспортҡа ярҙам үҙәге Мәскәүҙең "Сколково" идаралыҡ мәктәбе менән берлектә сит ил баҙары өсөн маҡсатлы франшизаны адаптациялау буйынса үҙенсәлекле хеҙмәт булдырҙы. Ул франшиза адаптацияһы хаҡынан 85 процентҡа тиклем, ләкин компанияға бер миллиондан күберәк түгел, финанслашыу шарттарында үҙәк тарафынан күрһәтелә.

"Был ысул менән бизнесты күләмләштереү киң танылыу ала бара. Франчайзерҙарҙың сит ил баҙарына сығыуы уңайлы мөхиттән сығыуға юл аса. Йыш ҡына был эш сит телдәрҙә, башҡа илдәрҙең хоҡуҡ яланында башҡарыла, унда тейешле рөхсәт документтары, сертификат алыр кәрәк. Яңы сервистың бурыстарының береһе - был процесты еңелләштереү, тиҙләтеү", - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ватан франшизаларының экспорт баҙарына йүнәлешенең перспективалары ҙур. 2022 йыл башына Рәсәйҙә 3095 франшиза иҫәпләнә, уларҙың 48 процентының сит ил дәүләттәрендә филиалдары бар.

Рәсәйҙә, сит илдә франшизалар һатып алыу, һатыу танылыу ала бара һәм ихтыяж менән файҙаланылған килемле бизнесҡа әүерелә. Дәүләт субъекттары сит ил баҙары талаптары буйынса франшиза адаптацияһы практикаһы менән "Смартека" һанлы платформаһында таныша ала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас