Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 15:45

Республикала газ заправкалары арта

Йыл аҙағына тиклем тағы унауҙы сафҡа индереү күҙаллана.

Республикала газ заправкалары артаРеспубликала газ заправкалары арта
Республикала газ заправкалары арта

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала ун автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһын - Өфөлә һәм Өфө районында - алты, Туймазы ҡалаһында, Стәрлебаш ауылында, Благовар районында, Шишмә ҡасабаһында берәр станцияны файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Шулай итеп, йыл аҙағына республикала 51 метан яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләйәсәк.

"Инвесторҙарҙың "Энергетиканы үҫтереү" дәүләт программаһы иҫәбенә автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһын төҙөүгә субсидиялар алыуы төбәктә газ заправкаһын төҙөү буйынса яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн стимул булып тора. 2022 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан субсидия күләме 360 миллион һум тәшкил итте. Был финанс инструменттары Башҡортостан биләмәһендә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары төҙөүҙең ун инвестиция проектына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк", - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

"Газпром газ-мотор яғыулығы" компанияһының газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү кимәле буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингына ярашлы, 2020 йылда Башҡортостан илдә 10-сы урынды биләне. 2021 йылда төбәктә 17 станция файҙаланыуға тапшырылды, республика, мөмкин булған 100 балдан 78,1 балл йыйып, өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Былтыр төбәктә 17 станция файҙаланыуға тапшырылды. Шулай итеп, 2022 йылдың сентябренә ҡарата Башҡортостанда 41 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй. "Газпром газ-мотор яғыулығы" компанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, был һөҙөмтә Башҡортостанға автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының дөйөм иҫәбе буйынса төбәктәр араһында беренсе урын алыуға мөмкинлек бирҙе.

Белешмә өсөн: 2019 йылдан Башҡортостанда "Энергетиканы үҫтереү" дәүләт программаһы саралары тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары төҙөү һәм газ-мотор яғыулығын ҡулланыу өсөн транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыу субсидиялана. Дәүләттән субсидия алыу өсөн инвесторға автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән ҡорамалды файҙаланырға кәрәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас