Иҡтисад
15 Сентября 2022, 16:15

Төҙөлөш өлкәһе нимәгә мохтаж?

Радий Хәбиров Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты.

Төҙөлөш өлкәһе нимәгә мохтаж?Төҙөлөш өлкәһе нимәгә мохтаж?
Төҙөлөш өлкәһе нимәгә мохтаж?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә тәртибендә төбәктәр үҫеше буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһы президиумы (штабы) ултырышында ҡатнашты. Уны “Төҙөлөш өлкәһендәге дәүләт заказына идара итеүгә заманса ҡараш” стратегик сессияһы тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.

Ултырышта торлаҡ һәм юл төҙөү, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эштең төп үнәлештәре тикшерелде.

– Әлеге санкция баҫымы шарттарында беҙ билдәләнгән бөтә пландарҙы үтәү мөмкинлеген биргән ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ. Төбәктәрҙә уңышлы практикалар булһа, беҙгә шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу мөһим, сөнки төбәктәрҙәге заказсыларҙың һөнәри эшенән тыш милли маҡсаттарға өлгәшеү мөмкин түгел, – тине Марат Хөснуллин, сессияны асып.

Вице-премьер билдәләүенсә, илдә торлаҡ төҙөлөшө әүҙем үҫә. 2030 йылға күләмде артабан да арттырыу һәм милли маҡсатҡа – 2030 йылға 120 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереүгә өлгәшеү өсөн муниципалитеттарҙа 2023 һәм 2024 йылдарға нигеҙ булдырырға кәрәк. Бында ер бүлемдәрен әйләнешкә индереү һәм уларҙы инфраструктура менән тәьмин итеү тураһында һүҙ бара.

Марат Хөснуллин шулай уҡ киләһе йыл илдә биш йыллыҡ юл төҙөлөшө планын ғәмәлгә индереүҙе лә телгә алды. Ул федераль кимәлдә ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙең тәү сиратта төбәктәрҙәге эшкә бәйле булыуын билдәләне.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас