

20 сентябрҙә Өфөлә «Экосистема һәм торлаҡтың арзанлығын арттырыуҙың башҡа ҡоралдары» түңәрәк өҫтәлендә ипотека продукттарын, социаль льготалы программаларҙы һәм граждандар өсөн торлаҡтың арзанлығын арттырыуҙа һөҙөмтәлелек күрһәткән башҡа механизмдарҙы тикшерәләр. Дискуссия 1-се «Транспорт һәм Төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә уҙғарыла.
Түңәрәк өҫтәл ултырышында дәүләт органдары вәкилдәре, төҙөүселәр һәм баҙарҙа ҡатнашыусылар ҡатнашасаҡ.
Республика халҡы өсөн инновациялы һанлы проект - «Торлаҡ һәм ипотека баҙары системаһы» секцияның төп мәсьәләһе буласаҡ. Был бөтә дәүләт ярҙамы инструменттары йыйылмаһы, төҙөлөш һәм финанс баҙары мөмкинлектәре менән платформа. Ул «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләйәсәк. Кеше торлаҡ буйынса социаль льготаларға үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн кәрәкле барлыҡ мәғлүмәтте ала аласаҡ.
“Башҡортостан «ипотека менюһы» индереләсәк тәүге төбәктәрҙең береһе буласаҡ. Был Башҡортостан Башлығының отҡан грантына мөмкин булды. Экосистема 2023 йылдың июненән дә һуңға ҡалмайынса эшләй башларға тейеш”, - тип билдәләне Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһының башҡарма директоры Адель Сәйфуллина.
Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә спикерҙар Рәсәй һәм сит ил баҙарында уңышлы тормошҡа ашырылған яңы ипотека продукттарын һәм башҡа проекттарҙы тәҡдим итәсәк.
“Башҡортостанда һәм башҡа төбәктәрҙә торлаҡ-инвестиция һәм ипотека-туплау программалары механизмдарын әҙерләү һәм индереү буйынса уникаль тәжрибә тупланған, партнерлыҡ финанстарын үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла. Беҙ дәүләт ярҙамында кредит ойошмалары һәм төҙөлөш компанияларының ниндәй тәҡдимдәрҙе тормоҡа ашырыуын асыҡлаясаҡбыҙ” - тип билдәләне «Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәре үҙәге» ойошмаһы директоры Евгений Декатов.
Әйткәндәй
Башҡортостан Республикаһы торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында - икенсе һәм илдә етенсе урынды биләй.
2022 йылдың тәүге ете айында Башҡортостан Республикаһында 63 687 миллион һумлыҡ 24 306 ипотека кредиты бирелгән.
Фото: news.myseldon.com