Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 15:00

Ульяновск өлкәһенә – тәжрибә уртаҡлашырға

Республика делегацияһы индустриаль парктарҙа, иҡтисади зоналарҙа булды.

Ульяновск өлкәһенә – тәжрибә уртаҡлашырғаУльяновск өлкәһенә – тәжрибә уртаҡлашырға
Ульяновск өлкәһенә – тәжрибә уртаҡлашырға

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте, Һанлы үҫеш министрлыҡтары вәкилдәре ингән республика делегацияһы Төбәк инвестиция стандартын ғәмәлгә индереү буйынса уҡыу программаһына ярашлы Ульяновск өлкәһендә булды.

Ике көнлөк программала ҡатнашыусылар инвесторҙар менән эшләү өлкәһендәге яңылыҡтар буйынса фекер алышты, өҫтөнлөклө зоналарға сәфәр ҡылды.

– Ульяновск өлкәһенең Үҫеш корпорацияһынан коллегаларыбыҙ беҙҙе йылы ҡабул итеү менән бер рәттән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер бүлеү, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша махсус иҡтисади зона резиденты статусын алыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бынан тыш, командабыҙ Рәсәйҙең тәүге сәнәғәт ел паркында, “Волга аръяғы” һәм “Мастер” индустриаль парктарында, “Ульяновск” махсус иҡтисади зонаһында булды. Был беҙҙең өсөн бик мөһим пункт, сөнки Корпорация бер нисә өҫтөнлөклө зонаның идарасы компанияһы булып тора. Тиҙҙән коллегаларыбыҙ Башҡортостанға килергә ниәтләй. Беҙ уларҙың сәфәренә әүҙем әҙерләнә башланыҡ, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Сәфәр барышында делегаттар Ульяновск өлкәһе Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Марина Алексеева менән осрашты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас