

Хуш еҫле икмәк – табыныбыҙ ҡояшы, йәшәйешебеҙҙең төп байлыҡтарының береһе. Элек-электән ул етеш тормошто, туҡлыҡты һәм муллыҡты аңлата. Унан башҡа алға китеште лә, үҫеште лә, ғөмүмән, бәхетте күҙ алдына килтереп булмай. Өҫтәүенә, ул – хеҙмәт яратыусанлыҡ, тырышлыҡ, ойошҡанлыҡ һәм берҙәмлек билдәһе.
Барыһы ла ғаиләнән башлана
Игенсенең эше иртә яҙҙан башлана ла ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Баҫыуҙы сәсеүгә әҙерләү, орлоҡ ултыртыу, иген үҫтереү, артабан уны йыйыу һәм башҡалар. Әммә баҫыу эшсәндәре, ғәҙәттә, үҙҙәре тураһында артыҡ һөйләп бармаусан, төнгә ҡәҙәр эш менән мәшғүл. Бөгөнгө геройыбыҙ Дәүләкән районының алдынғы фермерҙарының береһе Ғаяз Ғабдрахманов – тап шундайҙарҙан.
Ул ошо райондың Алға ауылында тыуып үҫкән. Ул – игенселәр династияһы вәкиле, тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин. Атаһы Баязит Ғәзиз улы – Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. 1937 – 1945 йылдарҙа Суйынсы урта мәктәбендә уҡый, дәрестәрҙән һуң почта таратырға ла өлгөрә. Артабан өлкәндәр менән бер рәттән баҫыуҙа ер һөрөүҙә, иген сәсеүҙә, уңыш йыйыуҙа, юл һалыуҙа, ағас әҙерләүҙә ҡатнаша. Ошо осорҙағы тырышлығы “1941 – 1945 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Әрме хеҙмәтенән һуң егетте комсомол ойошмаһы секретары, клуб, ферма мөдире, хисапсы, артабан Алға ауылындағы бригада етәксеһе итеп ҡуялар. Бер йыллыҡ курстан һуң, Баязит Ғәзиз улы ауылдаштарының тормош шарттарын яҡшыртыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Һөҙөмтәлә юлдар һалына, мәктәп, клуб төҙөлә, ауылда электр, радио һәм һыу үткәрелә.
1990 йылға, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул бригадир булып эшләй, бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана. 1989 йылда колхозсыларҙың Бөтә Союз съезында ҡатнаша, ВДНХ миҙалдары менән бүләкләнә. Был осорҙа төрлө яҡшы күрһәткестәргә, мәҫәлән, Алға һөтсөлөк фермаһы өс мең литр һауымға өлгәшә. Баязит Ғәзиз улының дөйөм хеҙмәт стажы – 54 йыл.
Татыуҙар, берҙәмдәр
Ҡәйүмә менән Баязит Ғабдрахмановтарҙың татыу ғаиләһендә биш бала үҫкән. Уларҙың һәр береһе тырышып донъя көтә, үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ таныла. Өлкән ҡыҙҙары Гөлсинә оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләй, уның улы Ренат – юстиция капитаны, ҡыҙы Регина – балалар баҡсаһында тәрбиәсе.
Инкассация өлкәһендә хеҙмәт иткән Нияз ҡатыны Римма менән Асҡар исемле ул тәрбиәләп үҫтергән. Ул – Мәскәүҙәге И.М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты студенты.
Ҡыҙҙары Гөлшат – Суйынсы ауылындағы балалар баҡсаһы мөдире. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың алдынғы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Ире Илшат – тыуған ауылы Суйынсыла фермер хужалығы етәксеһе. Улдары Рөстәм, Ульяновск гражданлыҡ авиацияһы институтын уңышлы тамамлап, осоусы булып хеҙмәт итә.
Кесе улдары Илшат, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, ветеринар булып эшләй. Чечнялағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Ул да тыуған ауылында – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Ҡатыны Гөлнара менән ике ул тәрбиәләйҙәр.
Ғаяз Баязит улы, Башҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетында белем алғандан һуң, тыуған яғына эшкә ҡайтып, атаһының данлы юлын дауам итә – агроном булып китә. 2000 – 2003 йылдарҙа Ғаяз Ғабдрахманов Суйынсы ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған фермеры.
Абруй нигеҙе – сифатлы тауар
Ер менән бәйле эш һис еңел түгел, барыһының да ҡулынан килмәй. Ғаяз Баязит улының фермерлыҡ эшенә тотоноуына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән инде. Ул Мәжит Ғафури исемендәге ауыл кооперативы нигеҙендә башта “Уңыш” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора, артабан шәхси предприятие статусы ала. Хәҙер хужалыҡта 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Биш меңгә яҡын гектар ерҙә үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Мал аҙығы әҙерләү өсөн үлән, иген культураларын сәсәләр. Хужалыҡта 300 баш һыйыр малы, 150 баш йылҡы аҫрайҙар.
Һуңғы йылдарҙа өр-яңы “ЗАВ” иген таҙартыу комплексы төҙөп ултыртҡандар, көҙгө уңыш иген киптергестәрҙә һаҡлана. Ырҙын табағына, ауыл эсендә асфальт юлдар һалынған. Ойошма ауыл клубын һәм һыу башняһын ремонтлауҙа, мәсет төҙөүҙә ситтә ҡалмаған.
Ғаяз Ғабдрахманов етәкселек иткән хужалыҡ, “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, 10 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был аҡса һөтсөлөк фермаларын ремонтлауға, яңыларын төҙөүгә тотонолған.
2017 йылдан йәмғиәт орлоҡсолоҡ хужалығы булараҡ та эшмәкәрлеген әүҙем алып бара. Ауыл эшсәндәре, иген культураларының һәм көнбағыштың затлы сорттарын етештереп, уны һатып, ҡаҙнаға байтаҡ аҡса индерә. Сифатлы һәм яңы орлоҡҡа республика хужалыҡтары араһында ихтыяж ҙур, шуға ла уны һатыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Бигерәк тә “новоершовская”, “скипетр”, “экадо-113”, “тулайковская-108”, “гренада”, ужым арышының “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә”, арпаның “Саша”, “Чепелев иҫтәлегенә” сорттарын бик теләп алалар икән.
– Эшмәкәрлекте төрлө яҡлап йәйелдерергә тырышабыҙ, яңы технологиялар ҡулланабыҙ. Көнәркәшлек осоронда һатып алыусыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн көрәшәбеҙ. Абруй нигеҙе – сифатлы тауар, – ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Баязит улы.
Йыл һайын хужалыҡтың мул уңыш килтереү ҡеүәтенә эйә элиталы орлоҡтары Дәүләкән районы һәм республика хужалыҡтарына һатыла.
– Беҙҙә үҫтерелгән культуралар ҙа, уларҙың сорттары ла күп. Райондағы бер хужалыҡта ла бындай күләмдә үҫтерелмәй, – тине Рәмил Вәлишин.
Һис һүҙһеҙ, иҡтисадтың, йәшәйешебеҙҙә барған хәлдәрҙең барлыҡ ойошма-хужалыҡтарға ла йоғонтоһо ҙур. Был йәһәттән дә – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының, Дәүләкән районы хакимиәтенең һәм башҡаларҙың ярҙамын тойоп эшләйҙәр.
Тыуған ерҙән йәм табып
Ғаиләләге мөхит хеҙмәттә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Әгәр өйҙә һәр һүҙеңде ярты һүҙҙән аңлаған, ауыр мәлдә терәк булған, тыныс мөхиткә нигеҙ һалған тормош иптәшең бар икән, эш тә, тормош та көйлө бара. Ғаяз Баязит улы ла уңышҡа өлгәшкән икән, бында ҡатыны Лилиә Әнәс ҡыҙының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул Бүздәк районының Ҡыҫҡа йылға ауылында тыуып үҫкән. Бала сағынан атаһы эргәһендә ярҙамсы булып йөрөгән ҡыҙҙың агроном һөнәрен һайлауы тәбиғи. Ошо маҡсатта ул башта Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға барырға уйлай, әммә аҙаҡ Башҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда һөнәр алып ҡына ҡалмай, үҙенең ышаныслы тормош иптәшен дә осрата. Егет беренсе курста танышҡан ҡыҙ менән өс йылдан ғаилә ҡора. Бер йылдан иһә, йәштәрҙең тормошон йәмләп, улдары Алмас донъяға килә.
Тыуған ерҙең һауаһы ла, тәбиғәте лә күңелгә бигерәк яҡын шул. Шуға Лилиә менән Ғаяз Ғабдрахмановтар, ҡулдарына диплом алғас, оҙаҡ уйламай, ирҙең тыуған ауылы Алғаға ҡайта. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы юҡлыҡ, иҡтисади йәһәттән ауырлыҡтар, эшһеҙлек осоронда Лилиә Әнәс ҡыҙы Суйынсы урта мәктәбенә тарих уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Ҡатынға белем арттырыу өсөн яңы курстар үтергә, үҙаллы бихисап уҡырға тура килә. Әммә тырышлыҡ, маҡсатлылыҡ үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай, өс йылдан мәктәп етәкселеге йәш ғаиләгә ике бүлмәле фатир бирергә ҡарар итә.
Шулай итеп, Лилиә менән Ғаяз Ғабдрахмановтар ғаиләһе Суйынсы ауылына күсенә. Был ваҡытта урындағы хужалыҡта баш агроном булып эшләгән Ғаяз күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға – шәхси йортҡа нигеҙ һалырға тотона. Ҡыҙҙары Азалияны улар тап ошо яңы йортҡа алып ҡайта.
Татыу, тырыш ғаиләлә үҫкән Алмас менән Азалия ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Алмас – хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Уның ҡатыны Регина Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Йәш ғаиләлә Арыҫлан исемле малай үҫә.
Азалия – фармацевт, Дәүләкән ҡалаһында эшләй. Ғабдрахмановтарҙың хеҙмәт династияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, уларҙың йәшәү бәхетенең тыуған ерендәге фиҙакәр хеҙмәттә икәнлеге күҙгә салына. Тыуған еренең барлыҡ ниғмәтен татып, иркен тын алып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәй улар.
ҺӨЙӨНӨС
Ғаяз Ғабдрахманов етәкселек иткән хужалыҡ, “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, 10 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был аҡса һөтсөлөк фермаларын ремонтлауға, яңыларын төҙөүгә тотонолған.
- Айһылыу НИЗАМОВА
Дәүләкән районы