Иҡтисад
16 Сентябрь 2022, 10:30

Көйөргәҙелә "Юлсы кафеһы" барлыҡҡа киләсәк

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо хаҡта белдерҙе.

Көйөргәҙелә "Юлсы кафеһы" барлыҡҡа киләсәкКөйөргәҙелә "Юлсы кафеһы" барлыҡҡа киләсәк
Көйөргәҙелә "Юлсы кафеһы" барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көйөргәҙе районындағы “Юлсы кафеһы” күп функциялы юл буйы комплексын төҙөү өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. Бындай объекттарҙы төҙөү беҙҙең республикала туризмды үҫтереү өсөн төп шарттарҙың береһе булып тора.     

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо хаҡта белдерҙе.

Проекттың инвесторы – “Лесагротранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ул был объектты төҙөүгә 52 миллион һум тотонорға йыйына. Юл буйы комплексы Көйөргәҙе районының Ольховка ауылында урынлашҡан. Әле был урында кафе, ҡунаҡхана һәм автомобиль туҡталҡаһы бар, шулай уҡ автомобиль йыуыу урыны төҙөү ҡаралған.

– Проектты ғәмәлгә ашырыу Башҡортостан Республикаһы бюджетына йыллыҡ һалым иғәнәләрен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Был, үҙ сиратында, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индерәсәк, юл буйы сервисы үҫешен һәм транспорт ағымын әүҙемләштерәсәк, артабанғы иҡтисади үҫеш өсөн нөктә булдырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Рөстәм Моратов.

Туҡланыу, сауҙа, автомобиль туҡталҡаһы һәм автомобиль йыуыу урындары булған комплексты төҙөү пассажирҙар ташыуҙа ла шарттар, уңайлыҡтар тыуҙырыуға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы проекттың кураторы булып тора.       

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас