

Борай районының Оло Баҙраҡ ауылында йәшәгән Нәжметдиновтар династияһы тураһында районда ғына түгел, тотош республикабыҙҙа беләләрҙер. Был ғаилә, ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, абруй ҡаҙанған, бер нисә быуын белегес үҫтергән. Барыһының да хеҙмәт юлы Ленин исемендәге колхоз менән тығыҙ бәйле.
Династияға Рәфит Заһит улы Нәжметдинов нигеҙ һалған. Ул ошо ауылда 1939 йылдың 29 октябрендә донъяға килә. Уның атаһы Заһит Әхмәлетдин улы 1909 йылғы, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Баҙраҡ ауылының “Осҡон” колхозында эшләй, һуғыштың тәүге көндәренән фронтҡа китә һәм шул йылдың октябрь башында ҡаты алыш мәлендә һәләк була. Рәфит Заһит улының әсәһе иһә 1931 йылдан 1971 йылға тиклем ошо уҡ колхозда эшләп хаҡлы ялға сыға. 1963 йылда Рәйсә Хәмәтғәни ҡыҙына “РСФСР-ҙың ауыл хужалығы тармағында социалистик ярыштар отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирәләр. Ул яңғыҙы ике баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра.
Колхоз төрлө йылдарҙа төрлө исем йөрөтә. 1969 йылда уға В.И. Лениндың исемен бирәләр.
Рәфит Заһит улы иһә, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын 1958 йылда тамамлап, туған колхозына эшкә ҡайта. Йәш белгес агроном була, артабан колхоз рәйесе вазифаһына үрләтелә. Ул 39 йыл рәттән ошо еңел булмаған вазифаны башҡара. Уның етәкселегендә колхоз гел иң алдынғылар рәтендә була, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө ярыштарҙа еңеүсе исемен яулай. Мәҫәлән, 1984 йылда колхоз Союз буйынса социалистик ярышта III дәрәжә диплом менән бүләкләнә, ә ике йылдан КПСС-тың Борай район комитетынан “Кеше эше менән данлана” тип аталған сәйәси плакаттар ярышында беренсе урынды яулаған өсөн диплом алалар.
1996 йылда Рәфит Заһит улына – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, былтыр “Борай районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемдәр бирәләр. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы” исеменә лә лайыҡ була. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнә.
Нәжметдиновтар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Шуларҙың дүртеһе, атайҙарының юлын һайлап, ауыл хужалығы тармағында эшләй. Өлкән улдары Ришат Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, 1981 йылдан Ленин исемендәге колхозда эшләй. Бөгөн ул өлкән инженер вазифаһын башҡара.
Азат К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай һәм шулай уҡ туған колхозына эшкә ҡайта. Хәҙер ул икенсе хужалыҡта эшләй. Тағы бер улдары Айрат та Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала. 1991 йылда дипломлы белгес булып ҡайта, әммә 1996 йылда фажиғәле һәләк була.
Кесе улдары Ирек Бөрө ҡалаһында ДОСААФ-ты тамамлай, хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. Шунан туған колхозында эшләй. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, Ирек Рәфит улы “Уңыш-2021” республика конкурсында еңеүсе була, Lada NIVA автомобиле менән бүләкләнә.
Рәфит Заһит улы балаларын бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтә. Улар мәктәп эскәмйәһенән баҫыуға сәсеүгә, уңыш йыйыуға сыға. Тәүҙә ярҙамсы булалар, унан комбайнға идара итә башлайҙар. Хәҙер иһә ейәндәре Рәшит менән Урал комбайн штурвалына ултырған.
Бөгөн иһә ауыл хужалығы тармағында көс һалған ғаиләнең дөйөм хеҙмәт стажы 200 йыл тәшкил итә!
- Лилиә НУРЕТДИНОВА
Борай районы