

Ауыл эшсәндәре өсөн йыл уңышлы килде. Һәр хужалыҡта ла күтәренке күңел менән эшләйҙәр. Ҡырмыҫҡалы районындағы “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара.
Сорго-судан гибриды отошло
– Әле 200 гектар майҙанда сәскән сорго-судан гибридын силосҡа һалабыҙ. Ул ужым арышы, күстерә, бойҙай, арыш кеүек культураларҙы алмаштыра, шул уҡ ваҡытта күләме лә ике-өс тапҡырға күберәк. Был үләнде бер миҙгелдә ике тапҡыр сәсеп йыйырға ла мөмкин. Уның составында малдар өсөн файҙалы шәкәр, протеиндар, аҡһымдар бар, малдың ашҡаҙаны ла еңел үҙләштерә. Үҫемлектең дымлылығы 70 процентҡа тиң, шуға ла ҡыяҡлы мал аҙығы үләндәренән торған силос итеп һалабыҙ. Былтыр шәкәр соргоһын сәстек. Ғөмүмән, был культура ямғырға ла, ҡоролоҡҡа ла бирешмәүен күрһәтте. Гектарынан 150-200 центнер уңыш алабыҙ. Уны кукуруз менән ҡатнаштырып сәсергә лә мөмкин, – тип һөйләй хужалыҡ директорының малсылыҡ буйынса урынбаҫары Вадим Әлимғафаров.
Мал аҙығы әҙерләүгә ете техника йәлеп ителгән. Баҫыуҙы ике комбайн ура, ике машина ташыу өсөн резервта тора. Килтерелгән аҙыҡты ике ҡеүәтле трактор тапап тығыҙлай.
Хужалыҡ башҡа культуралар буйынса ла мул уңыш алған. Мәҫәлән, арпа гектарынан 75 – 80 центнер булһа, бойҙай күрһәткесе 65 центнерға еткән. Уларҙы ямғырҙан алда йыйып өлгөргәндәр. “Артемида”ның ашлыҡты киптереүгә тәғәйенләнгән ике комплексы бар, һаҡлау өсөн келәттәре лә етә.
Бында бойҙай, көнбағыш, кукуруз, арпа, шулай уҡ люцерна, костер, сорго-судан гибриды һәм башҡа культураларҙы үҫтерәләр. Әле 2,5 гектарына ужым арышы сәселгән.
100 гектарҙан башлағандар
“Артемида” хужалығы етәксеһе – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Евгений Викторович Пожидаев сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылынан. Ул 1991 йылда эш башлағанда хужалыҡтың 100 гектар ере була. Эшмәкәрлекте дөрөҫ ойоштороу, нәтижәле етештереү һөҙөмтәһендә хужалыҡ нығынып, хәҙер сәсеүлек ерҙәре 12,5 мең гектарға еткән.
– Беҙҙең хужалыҡта 200-гә яҡын кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, һалым, пенсия кеүек иғәнәләр мәлендә күсерелә. Йәштәргә фатир алыуҙа ярҙамлашабыҙ, – тине Вадим Әлимғафаров.
Әлбиттә, һәр хужалыҡтың төп байлығы – уның алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәрҙәре. “Артемида” йәмғиәтендә лә үҙ эшен яратҡан коллектив тупланған. “Беҙ бер ғаилә кеүек эшләйбеҙ”, – тип әйтеүҙәре дә ошо хаҡта һөйләй.
Ферма мөдире Павел Пожидаев, трактор паркында бригадир Илдар Мусин, Атйетәр бригадаһы мөдире Фирҙәүес Әсәнов үҙҙәренә алған бурысты үтәүҙе уңышлы ойоштора. Шулай уҡ Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас та хужалыҡта төпләнеп, инде ун йыл һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған баш агроном Рөстәм Бикмәтовты ла тик маҡтап телгә алалар бында.
Коллектив тотороҡло. Йәштәр эшкә килә. Эдуард Фәхретдинов – институт тамамлап, армияла хәрби бурысын үтәгәндән һуң “Артемида”ла ветеринар табип булып хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәрҙең береһе. Уның коллегаһы, тәжрибәле хеҙмәткәр Ринат Аҡбашев та бында күптән эшләй. Бригада агрономы Замил Мостафиндың да хеҙмәт стажы һәм тәжрибәһе ҙур. Ферма бригадиры Василий Ковшов та алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр булып һынала. Михаил Шерышов күп йылдар водитель булып эшләй. Александр Вишев “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Зоотехник-селекционер Гөлшат Ҡолшәрипова 2009 йылдан тоҡомло малдар үрсетеү йүнәлешендә эш алып бара.
“Беҙ кешене туйындырабыҙ”
– Киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ. Илдә ниндәй үҙгәрештәр, сәйәсәт булыуға ҡарамаҫтан, беҙ кешене туйындырабыҙ. Ерҙә эшләнек һәм эшләйәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта көнөнә 31 мең тонна һөт тапшырабыҙ, уны 35 мең тоннаға еткерергә уйлайбыҙ. Проектта ҡаралғанса, тулы ҡеүәттә эшләйбеҙ. Тоҡомдо яҡшыртыу һәм мал аҙығы составын байытыу, һыйырҙарҙы тотоу шарттарын тағы ла камиллаштырыу иҫәбенә ошо күләмгә өлгәшергә йыйынабыҙ, – ти Вадим Венер улы.
Әйткәндәй, “Артемида” йәмғиәтенең мал корпустарында микроклимат системаһы урынлаштырылған. Малдар ашағанда телдәрен йәрәхәтләмәһен һәм ашауы уңайлы булһын өсөн “йәшел болон” түшәгәндәр.
“Артемида”ның әле 2500 баш малы булһа, шуның 1200-ө – һауын һыйыры. Тоҡомсолоҡ хужалығында һөт күп биргән “голштин” тоҡомло һыйыр малын үрсетәләр. Бында йылына бер һыйырҙан 9,5 мең килограмм һөт һауалар. Сеймалды ҙур һөт эшкәрткән заводтарға тапшыралар.
Нәҡ ошондай эре хужалыҡтар етештергән ризыҡтары ҡала халҡын туйындырып тора ла инде.
Руслан ЗИННӘТУЛЛИН, Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы:
– Районда ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңыш йыйыу эшен дауам итә. 13 сентябргә бөртөклө ашлыҡтың 77,8 проценты һуғылды, йәғни 33690 гектарҙа эш тамам. Уңыш гектарынан уртаса 40,4 центнерға тиң. Ужым культураларын йыйып бөттөк, гектарынан уртаса 39,8 центнер сыҡты. Яҙғы культуралар 22722 гектар (70,2 процент) майҙанда урылды. Ярауай бойҙай уңышы гектарынан 40 центнер булды, ә арпа – 43 центнер.
- Рәмилә МУСИНА
Ҡырмыҫҡалы районы

