Иҡтисад
18 Сентябрь 2022, 04:00

Байрамығыҙ менән, урмансылар!

"Урмансы һөнәрен һайлағандар араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Тәбиғәтте яратҡандар ғына ошо шөғөлдө үҙ итә", - Баязит Солтанғужин.

Байрамығыҙ менән, урмансылар!Байрамығыҙ менән, урмансылар!
Байрамығыҙ менән, урмансылар!

Үҫәргән урман хужалығының Хәйбулла бүлексәһендә үҙ һөнәренең оҫталары тупланған. Бүлексә етәксеһе Баязит Солтанғужин, урман хужалығы инспекторы Ғаян Сурин һәм хеҙмәткәр Юлай Күскилдинде эш урынында тап иттек. Улар диләнкә бүлеү, таҙартыу мәшәҡәттәре менән йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапты.

Баязит Латиф улы 42 йылға яҡын урман эшендә. Йылайыр районының Һабыр ауылы егете Өфө урман техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын Хәйбулла урман хужалығында башлай һәм бүлексә етәксеһенә тиклем оло хеҙмәт юлы үтә. Вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара, коллективта үҙен хөрмәт итеп торалар. 

Эйе, урмансы һөнәре еңел түгел. Хатта хәүефле лә. Шуға күрә уларҙың эшен шахтерҙыҡы менән йәнәш ҡуялар. Бөгөн урман хеҙмәтендә күпселекте үҙ һөнәренә тоғро оҫталар тәшкил итә. Үҙҙәренә тәғәйен биләмәлә үҫкән һәр ағас өсөн яуаплылыҡ һалынған уларҙың иңенә. Диләнкә үлсәп биреү, аҙаҡ уны ҡарап, тикшереп ҡабул итеү бурыстарын да башҡаралар. Киҫелгәндәр урынына яҙлы-көҙлө яңы үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, ауған ағастарҙы таҙартыу, йәшеллекте янғындан ҡурсалау, урман хужалығының һөҙөмтәле­леген күтәреү һ.б. – барыһы ла урмансыларға йөкмәтелгән.

Былтыр Хәйбулла урмансылары өсөн йыл еңел булманы: айҙан ашыу барған янғындар бихисап ауырлыҡ тыуҙырҙы, “йәшел ҡалҡан”дың байтаҡ өлөшө юҡҡа сыҡты. Көҙ һәм иртә яҙҙа янған урындарға йәш үҫентеләр ултыртыуға ҙур иғтибар бүлде тармаҡ эшсәндәре. Быйылғы шифалы ямғырҙар иһә йәш ағастарға үҫеп китергә ярҙам итте. Киләсәктә был урындарҙа урман шаулаясаҡ, тигән ышаныста хәйбуллалар.

"Урмансы һөнәрен һайлағандар араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Тәбиғәтте яратҡандар ғына ошо шөғөлдө үҙ итә. Шуға ла беҙҙең коллектив бик татыу, һәр кем үҙ бурыстарын яҡшы белә, юғары күрһәткестәргә өлгәшә", - Баязит Латиф улы.

Байрамығыҙ менән, урмансылар!

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас