Иҡтисад
18 Сентябрь 2022, 14:30

Социаль-иҡтисади күрһәткестәр нисек?

Андрей Назаров - муниципалитет башлыҡтары семинары тураһында.  

Социаль-иҡтисади күрһәткестәр нисек?Социаль-иҡтисади күрһәткестәр нисек?
Социаль-иҡтисади күрһәткестәр нисек?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Шишмә районында муниципалитет башлыҡтары семинарында ҡаралған республикалағы хәл, яҡын киләсәккә пландар тураһында яҙҙы.

"Геосәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса тотороҡло “йәшел зона”ла килә. Муниципалитеттарҙың 80 проценттан ашыуы 50 проценттан күберәк төп үҫеш индикаторҙары буйынса ыңғай динамика һаҡлай. Тәүге ярты йыллыҡ буйынса инвестициялар күләме республика буйынса 161,8 миллиард һум тәшкил итте. Волга буйында беҙ икенсе урында. 32 муниципалитетта ыңғай динамика күҙәтелә. Инвестиция күләме 17,8 миллиард һумлыҡ 371 проект тамамланды, 1,8 мең тирәһе эш урыны булдырылды. Тағы ла 1535 инвеспроект тормошҡа ашырылыу өҫтөндә.

Урындарҙа бәләкәй бизнесты үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә. Уҙған йыл уға туғыҙ миллиард һум тирәһе йәлеп ителде. Тәүге ярты йыллыҡта – яҡынса дүрт миллиард һум.

Быйылға маҡсат – инвестиция циклын утыҙ процентҡа тиклем ҡыҫҡартыуға өлгәшеү. Барлыҡ документаль, теркәү һәм рөхсәт процедураларын 1,5 тапҡырға тиҙләтеү. Милли проекттар буйынса ҙур эш алып барыла. Быйыл финанслау күләме 41 миллиард һумдан ашты, 30 миллиардтан күберәк федераль аҡса йәлеп ителде. Сирегенән ашыуы урындағы ҡаҙналарға тура килә. Милли проект нигеҙендә 57 объект төҙөйбөҙ һәм реконструкциялайбыҙ, уларҙың 25-е буйынса заказсылар - райондар. Башлыҡтарға уларҙың үҙ ваҡытында сафҡа инеүен тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.   

Муниципалитеттарҙың килем базаһын арттырыу буйынса сараларҙы ла тикшерҙек. 1 сентябргә урындағы ҡаҙналарға 29,4 миллиард һум күләмендә һалым һәм һалым булмаған килем ингән. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 9,7 процентҡа йәки 2,6 миллиард һумға күберәк.

Августа беҙ 2025 йылға тиклем килемде арттырыу буйынса планды иғтибарға алдыҡ. Ошондай пландар урында ла ҡабул ителергә тейеш. Айырым иғтибарҙы бурыстарҙы кәметеүгә, һалым объекттарын легалләштереүгә, һалым грамоталылығын күтәреүгә, яуаплы һалым түләүселәрҙе дәртләндереүгә йүнәлтеү мөһим.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас