

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһының үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙеләр.
Ул илебеҙҙә етештерелгән һауа судноларында ҡулланылған авиатөҙөлөш өсөн продукция сығарыуҙа махсуслаша. Төп заказсылары – Берләшкән авиатөҙөлөш корпорацияһы, Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы, “Иркут” корпорацияһы, “Рәсәй вертолеттары” һәм башҡалар.
Импортҡа алмаш программаһы нигеҙендә предприятиела 29 төр изделие сығарыу үҙләштерелгән, элек уларҙы сит илдәрҙән һатып алғандар. 2018-2021 йылдарҙа уларҙы ғәмәлгә ашырыу күләме ике тапҡырға артҡан һәм 400 миллион һум тәшкил иткән.
– “Гидравлика” Рәсәйҙәге яңы МС-21 пассажир һауа лайнерҙарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Беҙ фильтрҙар модулдәрен, фторопласт рукавтарын һатырға һәм унан һуң хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөнөк. Шулай уҡ үҙебеҙҙең ҡеүәттә МС-21, “Сухой Суперджет Нью” самолёттары өсөн ярҙамсы ҡулайламалар сығарыуҙы ойошторорға әҙербеҙ. Бының өсөн илдең төп авиация юғары уҡыу йорттары менән бер нисә килешеү төҙөнөк, – тине Виктор Новиков. – Бөгөн беҙҙә заказдар менән проблема юҡ. Эшсе кадрҙарға ихтыяж бар – 400-ләгән вакансия.
Башҡортостан Башлығы профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға төбәктең сәнәғәт предприятиелары өсөн инженер-техник, эшсе кадрҙар әҙерләү эшен көсәйтергә ҡушты.
– Был – беҙҙең дөйөм бурыс, уны күмәкләп хәл итербеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙа лайыҡлы эш хаҡы тәьмин итеү мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.