

Төҙөлөп тамамланмаған объекттар проблемаһы теләһә ниндәй төбәктә лә әленән-әле ҡалҡып сыға һәм был мәсьәләне хәл итеү зарурлығы йыш тыуа. Башҡортостанда ла шулай, һәм күптән түгел республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмә быны асыҡ күрһәтте. Ни өсөн уның буйынса махсус кәңәшмә ойошторҙолар һәм был йүнәлештә ниндәй саралар күрелә?
– Тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү – Башҡортостан Хөкүмәте өсөн төп маҡсаттарҙың береһе, – тине Андрей Геннадьевич. – Яңыраҡ Рәсәй Иҫәп-хисап палатаһының мәғлүмәттәрен алдыҡ: былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, Башҡортостан тамамланмаған объекттар һаны буйынса туғыҙынсы урында тора, ә 2019 йылда 83-сө урында инек. Тимәк, һөҙөмтә байтаҡҡа яҡшырған. Быйылғы тәүге ярты йылда тамамланмаған төҙөлөш исемлегенән дөйөм хаҡы 1,4 миллиард һум булған 91 объект алып ташланды. Шуларҙың 65-е – төбәк кимәлендәге бина, 126-һы муниципаль кимәлгә ҡарай.
Кәңәшмәлә билдәләп үтеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ районында “һаҡаллы төҙөлөштәр” исемлегенән 36 объекттың 20-һе, Дүртөйлө районында бөтә 12 объект та, Өфө районында 25 ошондай төҙөлөштән 11-е, Салауат ҡалаһында 38 объекттың 12-һе алып ташланған.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың сығышынан күренеүенсә, муниципаль берекмәләрҙә дөйөм суммаһы 20,8 миллиард һум тәшкил иткән төҙөлөп бөтмәгән 605 объект бар.
– Төҙөлөп бөтмәгән объекттар һанын этаплап кәметә барыу пландарын бөтә муниципалитеттар ҙа үтәй, бының өсөн яуаплы кешеләр ҙә тәғәйенләнгән, – тине Рөстәм Моратов. – Килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм ведомство-ара хеҙмәттәшлек үҙ ваҡытында башҡарыла.
Хөкүмәт Премьер-министры түбәндәгеләрҙе ҡушты: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына – объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу һәм дәүләт теркәүе үтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә төҙөлөшө тамамланмаған объекттар һанын этаплап кәметә барыу планына төҙәтмәләр индерергә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә – ҡалалағы төҙөлөп бөтмәгән объекттарҙы балансҡа ҡуйыу процедураһын тамамларға, Капиталь төҙөлөш идаралығына 19 объекттың хужаларына тапшырылыуын тәьмин итергә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН