Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 08:23

Белоруссия менән дуҫлыҡ нығый

МАЗ машиналары өсөн техника етештереләсәк.

Башҡортостанда Минск автомобиль заводының йөк ташыу өсөн махсус техникаһын һәм шасси етештерә башлау планлаштырыла. Цехтар республиканың сәнәғәт технопарктарының береһендә йәки өҫтөнлөклө зона биләмәһендә, мәҫәлән, Туймазының “Мастер” сәнәғәт-техника паркында йәки “ПромҮҙәк” индустриаль паркында ойошторола.

– Ике этапта етештереү күҙ уңында тотола. Белоруссия партнерҙары йылына 1000-гә тиклем йөк автомобилен сафҡа индергән берлектәге предприятие төҙөү мөмкинлеген ҡарарға әҙер, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов беҙҙең республика һәм Белоруссияның сәнәғәт министрҙарының Екатеринбург­тағы “Иннопром” күргәҙмәһе осрашыуын йомғаҡлап сығыш яһағанда.

Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, яңы предприятие мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителә, шулай уҡ килемгә һалымдың түбән ставкаһына, ҡуртым буйынса льготаларға иҫәп тота ала.

– Шулай уҡ инвестор, Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, ер биләмәһен сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тип билдәләне Александр Шельдяев.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас