

Күптән түгел Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтары иғлан ителгәйне. Башҡортостан 93,6 балл менән, Мәскәүҙе һәм Мәскәү өлкәһен уҙып китеп, беренсе урынға сыҡты. Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 107,5 процент тәшкил итһә, 2022 йылдың ғинуар-майында 106,2 процент булған, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 3,4 процентҡа юғарыраҡ.
Инвесторҙар өлгө күрһәтә
Республика автомобиль бензины, кальцийлы һәм аш содаһы, табаҡлы быяла, автомобиль тағылмалары һәм ярымтағылмалар, шулай уҡ башҡа продукция сығарыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. Сәнәғәт етештереүенең күпселек тармаҡтарында ыңғай динамика күҙәтелә: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа етештереү күләме быйылғы тәүге биш айҙа алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда – 119,3 процент, эшкәртеү предприятиелары – 105 процент, энергетика – 101,1 процент, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, ҡалдыҡтарҙы йыйып юҡ итеү 102,7 процент булды. Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 сәнәғәт төрөнөң 20-һендә етештереү күләме байтаҡҡа артты.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, беҙҙең республиканың ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге иң яҡшы өлгө булып иҫәпләнә, был хаҡта быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ла билдәләп үтелгәйне.
– Башҡортостандың инвестиция эшмәкәрлегендә Инвестиция комитеты координациялаусы үҙәк булып тора, ул федераль, республика һәм муниципаль органдарҙың, үҫеш институттарының, эшлекле берләшмәләрҙең, ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларының компетенцияларын берләштерә, – тигәйне ошо йыйында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Төрлө яҡлап профессиональ эш итеү һөҙөмтәһендә инвесторҙар кәрәкле ярҙам ала һәм проекттарҙы тормошҡа ашырғанда тыуған проблемаларҙы ла хәл итә.
Министр әйтеүенсә, Башҡортостандың Инвестиция комитеты стандартты ғәмәлгә ашыра башлағанға тиклем үк әле медиатив ролдә сығыш яһай ине, сөнки комитетта раҫлағандан һуң бер проект та иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Инвестпроекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы һәм инвесторҙарҙың проблемалары ай һайын Хөкүмәттең “Инвестиция сәғәте”ндә тикшерелә.
– Был йүнәлеште республика Башлығы үҙе көйләгәс һәм контролдә тотҡас, системаның барлыҡ элементтары ла тотороҡло режимда эш итә. Үҙ-ара килешеп эшләү һөҙөмтәһен бирә: өс йылда республика инвестиция күләмен 30 проценттан ашыуға арттырҙы, был ил буйынса уртаса кимәлдән өс тапҡырға юғарыраҡ, – тине Рөстәм Моратов.
“Амкадор-Өфө” проекты мөһим тип табылды
Башҡортостан Хөкүмәтендә даими үткәрелгән “Инвест-сәғәт”тең сираттағы ултырышында ошо компанияның проекты масштаблы тәҡдим тип танылды. Бындай статус биреү ойошмаға ер майҙанын рәсми сауҙа үтмәйенсә генә алыу хоҡуғы бирә.
Ултырышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, был проект беҙҙең республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Асылы шунда: ул махсус тәғәйенләнешле техника – коммуналь, юл һалыу, төҙөлөш ҡорамалдары һәм башҡа тармаҡтарға ҡараған машиналарҙы тиҙ йүнәтеү өсөн юғары технологиялы етештереү-сервис үҙәге булараҡ барлыҡҡа киләсәк. Бер юлы ошо проект Белоруссия эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә лә ярҙам итәсәк.
Проект Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ҡарамағында тормошҡа ашырыла. Был турала Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов шулай тип аңлатма бирҙе:
– Инвестиция проектының ғәйәт киң тип танылыуы уны ғәмәлгә ашырыуҙы тиҙләтәсәк. Бының өсөн ул өҫтөнлөклө инвестпроект тип танылырға һәм кәмендә 25 өҫтәмә эш урыны булдырырға, инвестор проект хаҡының кәмендә 50 процентын финансларға әҙер булыуын раҫларға тейеш. Бөтә был талаптар иҫбатлана.
Компанияның иген эшкәртеү буйынса ҡорамалдарҙы йүнәтеү предприятиеһы “Өфө” индустриаль паркында, ә ауыл хужалығы һәм коммуналь техниканы ремонтлау үҙәге баш ҡаланың Октябрь районында төҙөләсәк. Инвестицияның дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итә һәм ул 275 яңы эш урыны асасаҡ.
Ташламаларҙан файҙаланыу отошло
Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләренең ғәмәлдә булыу ваҡыты ике йылға оҙайтылды. Был ҡарар ошондай биләмәләр ойошторолған бәләкәй ҡалаларға ярҙам итеү һәм урындағы эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген арттырыу маҡсатын ҡуя. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы белгестәре аңлатыуынса, бындай биләмәләрҙең статусы ундағы предприятиеларға, Рәсәйҙең Һалым кодексына ярашлы, төрлө ташламаларҙан файҙаланыу хоҡуғы бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең республикала биш өҫтөнлөклө үҫеш биләмәһе эшләп килә, улар – Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет. Был майҙандарҙа 122 резидент эшмәкәрлеген йәйелдергән, улар бөтәһе 52 миллиард һумлыҡ инвестиция һалыуҙы һәм 10 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыуҙы планлаштыра. Тәүге биш йылда улар табышҡа һалымдың федераль өлөшөн тулыһынса түләмәй, төбәк өлөшө биш процент ҡына тәшкил итә, артабанғы биш йылда төбәк кимәлендәге түләү 10 процент тип билдәләнә.
Бер үк ваҡытта был резиденттар мөлкәткә һалымдан азат ителгән, файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда ла һалым түбән коэффициентта алына. Дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алған осраҡта был түләү 0,01 процент тәшкил итә. Муниципалитеттар ер һалымы буйынса 0 ставкаһы билдәләгән.
Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә беренсе
Күптән түгел Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” акционерҙар йәмғиәте бишенсе миллион тонна продукцияһын етештерҙе. Заманында бөтә СССР-ҙың ғорурлығы булған был предприятие тәүге каучук брикетын 1970 йылда сығарғайны. Ул әле лә етештереүсәнлеген, продукцияһының сифатын кәметмәй, юғарыраҡ технологияларға эйә була бара. Тимәк, республикабыҙ иҡтисады өсөн дә ошондай коллективтар ышаныслы таяныс булып тора. Предприятие юғары сифатлы изопрен каучук етештереүгә махсуслашҡан, ул автомобиль шиналары, бик күп төр тәғәйенләнештәге резина-техник әйберҙәр, шулай уҡ аҙыҡ-түлек етештереү тармағында, медицинала ҡулланыла.
– “Синтез-Каучук” йәмғиәте һәм Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы файҙаланыу ваҡыты оҙайлыраҡ һәм ҡулланыу сифаты яҡшыраҡ булған яңынан-яңы продукттар етештереүгә бөтә көсөн һала, – ти Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Авиация бензины етештереп оҙатыу күләме буйынса “Синтез-Каучук” Рәсәйҙә һәм яҡындағы сит илдәрҙә беренсе урынды ала.
Етештереү күләмен предприятиела артабан да кәметмәҫкә уйлайҙар, сөнки каучук ҡулланыуҙа эске баҙарҙың ихтыяжы үҫә. Яңы проекттар һәм һатыу баҙарҙары ла барлыҡҡа килә, импортты алмаштырыусы технологиялар эшләнә һәм улар камиллаша бара.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН