

29-30 сентябрҙә Өфөлә, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында, «Минең документтарым» Бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре форумы үтә.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 29-30 сентябрҙә Өфөлә «Минең документтарым» Бөтә Рәсәй дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәре форумы үтә. Форум Рәсәй Федерацияһы субъекттарының төбәк һәм федераль башҡарма власть органдары вәкилдәрен, үҙәк етәкселәрен бер майҙанда берләштерәсәк.
- Трансформация һәм цифрлаштырыу күҙлегенән дәүләт хеҙмәттәре өлкәһе тиҙ үҫешә һәм төбәктәрҙең алдынғы идеялары быға ҙур йоғонто яһай. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Кешеләр өсөн дәүләт» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә дәүләт хеҙмәттәрен һәм сервистарын халыҡҡа йүнәлтелгән, граждандар һәм бизнес өсөн аңлайышлы һәм уңайлы итергә ниәтләй. Форум уңышлы кейстар һәм тәжрибәләрҙе, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә күрһәтергә бик яҡшы мөмкинлек булып тора, - тип билдәләне Алексей Херсонцев.
Форумдың эшлекле программаһы өс блокка бүленгән. Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе оптималләштереү мәсьәләләренә һәм күп функциялы үҙәктең яңы маҡсаттарына арналған пленар ултырышты һәм ике стратегик сессияны үҙ эсенә ала.
- Әлеге ваҡытта беҙҙең республикала Рәсәйҙәге иң күләмле күп функциялы үҙәктәрҙең береһе эшләй, ул көн һайын 350 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр буйынса 10 меңгә яҡын ғариза биреүсегә ярҙам итә, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.
Фото: resbash.ru