

"Транспорт һәм төҙөлөш" Халыҡ-ара конгресы сиктәрендә "Төҙөлөш һәм транспорт тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү" темаһына фекер алышыу майҙансығы үтте.
"Транспорт һәм төҙөлөш" Халыҡ-ара конгресының фекер алышыу майҙансығында Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Любовь Минакова, "УралСтройГруппа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ратмир Фәхриев, "6-сы сәнәғәт-төҙөлөш комплексы" директоры Олег Филиппов, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең уҡытыу үҙәге директоры Сулпан Сәйфуллин һәм төҙөлөш, транспорт сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләүсе һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин үҙ сығышында билдәләүенсә, республикала белем биреү ойошмаларының һәм эш биреүселәрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлеге булдырылған. Тармаҡ үҙенсәлектәрен, квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең хәҙерге ихтыяждарын иҫәпкә алып, мәғарифты үҫтереү йүнәлеше булдырылған. Колледжды һөҙөмтәле үҫтереү өсөн белем биреү ойошмаларының хеҙмәт баҙары менән интеграцияһының төрлө моделдәрен ҡулланыу мөһим.
Төҙөлөш тармағы буйынса белгестәр әҙерләүсе эре махсуслаштырылған колледж — Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хеҙмәттәр колледжы. Колледж күп йылдар дауамында махсуслашҡан предприятиелар менән әүҙем эш алып бара.
Республика иҡтисадының бөтә тармаҡтары, шул иҫәптән транспорт һәм төҙөлөш тә йылдам үҫешә. Башҡортостанда яңы производстволар асыла, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, яңы эш урындары булдырыла, урта һөнәри белемле квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ихтыяж арта.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.