

Бөгөн, 20 сентябрҙә, Өфөлә «Алға китеш» күргәҙмәһе эш башланы. Ул «Мега» сауҙа комплексы янындағы «Конгресс» паркы биләмәһендә (Сик урамы, 178) урынлашҡан. «Алға китеш» үҙенең күләме менән хайран ҡалдыра - күргәҙмәнең оҙонлоғо 17 500 квадрат метр самаһы тәшкил итә. Асылда, ул «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы символы. Бында төҙөлөш һәм юл-транспорт тармағының алдынғы компаниялары үҙ экспозицияларын ҡуя.
Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе, гастрофестиваль, Өфөнөң 450 йыллығына арналған махсус павильон асылған, шулай уҡ бында 70-тән ашыу берәмек махсус техника - ауыр йөк машиналары, вертолет һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.
Күргәҙмә 20-23 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-се яртыға тиклем эшләй. Инеү ирекле.
Альберт Заһиров менән Айрат Нурмөхәмәтовтың фотолары.