Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 15:30

Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала

Ә Башҡортостан вәкилдәре күршеләргә нимә тәҡдим иткән?

Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡаралаӨфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала
Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 – 14 сентябрҙә “Башҡортостан тауары” проекты етәксеһе Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле менән берлектә Екатеринбург ҡалаһына эш сәфәре менән барҙы. Төп маҡсат – республика тауарҙарын Свердловск өлкәһендә һатыуға сығарыу. Ике төбәк араһында инфраструктура үҫешкән, логистика системаһы ла яйға һалынған, ғөмүмән, Свердловск өлкәһе республика компанияларын ылыҡтырырлыҡ.

– Төбәктәр менән сауҙа бәйләнештәрен нығытыу республиканың иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итә, урындағы етештереүсәнлеккә ҡеүәт бирә, һатып алыусылар һанын арттыра, – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Эшлекле сәфәр республика эшҡыуарҙарының һәм Свердловск өлкәһендәге Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фонды вәкилдәренең осрашыуынан башланды. Ул урындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге майҙансығында уҙҙы.

Эшлекле аралашыу һөҙөмтәле үтте. Өлкәнең эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеген “Башҡортостан тауары” проекты менән таныштырҙылар. Аралашыу барышында күрше субъекттың баҙар ихтыяжы һәм Башҡортостан етештереүселәренең тауарын һатыу шарттары билдәләнде.

Артабан, ошо көндәрҙә Екатеринбургта уҙған Х “Агропром Урал” төбәк-ара күргәҙмә сиктәрендә, күрше төбәктә 400 самаһы магазины булған Свердловск өлкәһе ҡулланыусылар йәмғиәтенең вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр үтте.

Шулай уҡ 157 сауҙа объекты булған “Киров” супермаркеттар селтәренең етәкселек составы менән ноябрҙә Өфөлә магазин асырға йыйынған “ЖизньМарт” аҙыҡ-түлек магазин-кафелар селтәренең коммерция директоры осрашты. “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһендәге тауарҙар Башҡортостан етештереүселәренеке булыр тип көтөлә, был мәсьәлә 27 сентябрҙә Өфөлә В2В форматындағы һөйләшеүҙәр барышында ҡараласаҡ.

Сәфәр аҙағында республиканың бренды булған “Башҡортостан тауары”, “Башҡортостандан килтерелгән”, “Башҡорт балы” магазиндарын ҡаранылар. Һуңғыһы быйыл августа Екатеринбург үҙәгендә асылған һәм “Башҡорт умарталары+” йәмғиәтенең проекты дипломантының фирма магазины булып тора. Предприятие йүкә балын күпләп һатыусы булып иҫәпләнә.

Эшлекле сәфәр барышында ҡуйылған бурыстарға өлгәшелде, Башҡортостан етештереүселәренә артабанғы ярҙам алымдарын билдәләү мөмкинлеге асылды. Шулай уҡ Екатеринбург ҡалаһында октябрҙә “Башҡортостан тауары” проекты дипломанттары, өлкәнең сауҙа селтәрҙәре менән сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойоштороу тураһында ла килешелгән.

Мәғлүм булыуынса, бөгөн 644 етештереүсе проект диломанты булып тора. 23 меңдән ашыу тауар “Башҡортостан тауары” билдәһе менән тамғалана.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала
Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала
Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала
Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала
Өфөлә “ЖизньМарт” сауҙа нөктәһен асыу ҡарала
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас