Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 18:45

Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң

Ике аралағы тауар әйләнешен бер миллиард долларға еткереү хаҡында һүҙ алып барыла.

Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киңХеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң
Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң

20 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән “Транспорт һәм төҙөлөш” I халыҡ-ара конгресында хеҙмәттәшлек буйынса ҙур кәңәшмә үткәрҙе. Унда министрлыҡтар, ведомостволар һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров ике-ара хеҙмәттәшлектең юғары кимәлен билдәләне:

– Хөрмәтле Роман Александрович, беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, Башҡортостанға килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең Минскиҙағы осрашыуҙан һуң бер йылдан аҙыраҡ ваҡыт үтте, ошо арала 2024 йылға тиклем пландар сағылған юл картаһы төҙөнөк. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса, ике аралағы тауар әйләнеше 300 миллион доллар булды. Шул уҡ ваҡытта Белоруссия Президенты Александр Лукашенко был күрһәткестәрҙе бер миллиард долларға еткереү хаҡында һүҙ алып бара.

Артабан Радий Фәрит улы хеҙмәттәшлектең аныҡ миҫалдарын атап үтте. Мәҫәлән, республикала бойҙай эшкәртеү буйынса ҡоролма әҙерләү заводы төҙөлә – “Амкодор” проекты. Бынан тыш, “МАЗ” сығарған шасси һәм махсус техниканы үҙебеҙҙә лә етештерә башлау мәсьәләһе тора. Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы техникаһы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Был йәһәттән Минск трактор заводы, "Гомсельмаш", "Запагромаш" компаниялары менән хеҙмәттәшлек миҫал булып тора. Шул уҡ ваҡытта санкциялар шауҡымында беҙҙә станоктарға ла ихтыяж бар.

Роман Головченко үҙ сиратында саҡырыу өсөн рәхмәт белдерҙе һәм сараның эшлеклелеге буйынса фекерен еткерҙе:

– Башҡорт ерендә төп маҡсатыбыҙ – яңы үҫеш нөктәһен табыу һәм билдәләү. Шуның өсөн делегацияға Белоруссияның алдынғы сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре инде, улар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итә. Был Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы санкция баҫымы аҫтында ҡалған мәлдә бик мөһим. Хеҙмәттәшлек дауам итә, иртәгә "Амкодор” заводын төҙөүгә старт бирергә, “Минск автомобиль заводы” акционерҙар йәмғиәтенең дилерлыҡ үҙәген асырға планлаштырҙыҡ.

Фото: республика Хөкүмәте.

Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң
Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас