Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 18:00

Иран менән хеҙмәттәшлек нығый

2021 йылда сауҙа әйләнеше күләме 121,1 миллион доллар тәшкил иткән.

Иран менән хеҙмәттәшлек нығыйИран менән хеҙмәттәшлек нығый
Иран менән хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың нефть, газ, химия, ауыл хужалығы сәнәғәте, машина төҙөү өлкәһендә эшмәкәрлек иткән 28 предприятиеһы октябрь айында беҙҙең делегацияның Иранға рәсми сәфәре барышында уҙасаҡ бизнес-миссияла ҡатнашыу теләген белдергән.

Был турала онлайн тәртиптә уҙғарылған “Час с Торгпредом" кәңәшмәһендә билдәле булды. Сарала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Рәсәйҙең Ирандағы сауҙа вәкиле Рөстәм Йыһаншин һәм республиканың 45 ойошмаһы вәкиле ҡатнашты.

“Иран менән сауҙа бәйләнеше беҙҙең өсөн бик мөһим. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса, был йәһәттән тауар әйләнеше күләме 121,1 миллион доллар тәшкил итте. Ярты йыл һөҙөмтәләре буйынса, 50 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Беҙҙең предприятиелар Иран менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүлә”, - тине Маргарита Болычева.

Рөстәм Йыһаншин Башҡортостандың Иран менән иң әүҙем хеҙмәттәшлек иткән төбәк булыуын билдәләне, Рәсәй менән Иран араһындағы бөгөнгө мөнәсәбәт, юлға һалынған логистик маршруттар тураһында һөйләне.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57308

Автор:Римма Султанова
Читайте нас