Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 12:30

Күршеләр нисек хәл иткән?

Өфөлә “Төҙөлөш һәм транспорт” форумында Татарстандың “йөйһөҙ логистикаһы” тикшерелде. 

Күршеләр нисек хәл иткән?Күршеләр нисек хәл иткән?
Күршеләр нисек хәл иткән?

Өфөлә “Төҙөлөш һәм транспорт” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә федераль трассаларҙың бер өлөшө булараҡ төбәк юлдарын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Пленар ултырышта төбәктәрҙең профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, тармаҡ предприятиелары, инженер һәм проект-конструктор ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Татарстан Республикаһының транспорт селтәрен үҫтереү перспективалары тураһында төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Фәрит Хәнифов һөйләне.

- Беҙҙә Рәсәй терәк юлдар селтәре бар, ул Татарстанда дөйөм оҙонлоҡтан 15 процент самаһы тәшкил итә. Беҙ үҙебеҙҙең төбәк селтәрен үҫтерергә ниәтләйбеҙ, ул республиканың барлыҡ район үҙәктәрен тоташтырырға тейеш. Бындай юлдар яҙғы юл өҙөклөгө бер ниндәй ҙә транспорт йөрөтөүгә ҡамасауламаһын өсөн күсәргә 11,5 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрергә тейеш. Шул саҡта беҙ йөйһөҙ логистика проектын тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ, – тине Фәрит Хәнифов.

Урындағы әһәмиәттәге, бишенсе категориялы юлдарға килгәндә иһә, бында Татарстанда 4-5 төп параметр һалынған махсус ярымавтоматик программа әҙерләү юлы буйлап барғандар. Һөҙөмтәлә киләсәккә программа әҙерләнгән. Был мәсьәләне хәл итеү муниципаль власть кимәленә тапшырылған: нәҡ улар тәү сиратта ниндәй юлдар һалырға йәки ремонтларға кәрәклеген билдәләй.

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар үҙ аллы юл-төҙөлөш техникаһы проблемаһын ҡуҙғатты. Күрше республикаларҙа, шул иҫәптән белорус коллегалары ҡатнашлығында уны етештереү буйынса перспективалар бар. Төбәктәрҙең комплектлаусы изделиелар етештереүҙә лә етди перспективалары бар, ҡайһы берҙә улар алыҫ сит илдәрҙән ҡайтарыла, тип иҫкә төшөрҙө Фәрит Хәнифов. Башҡортостан менән Татарстандың етештереү ҡеүәттәре был мәсьәләне лә хәл итергә мөмкинлек бирә.

Фото: "Республика Башкортостан". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас