Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 14:45

"Конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ"

“Транспорт һәм төҙөлөш” конгресы асылды.

"Конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ""Конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ"
"Конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ"

Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” I халыҡ-ара конгресы асылды. Унда Рәсәйҙең, Белоруссия, Иран, Төркиә һәм Ҡаҙағстандың алдынғы төҙөлөш, юл-транспорт өлкәһе компаниялары, федераль, төбәк башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Секциялар бөгөн һәм иртәгә эшләйәсәк, ә күргәҙмәләрҙе 23 сентябргә тиклем ҡарарға була. Конгресҡа Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов старт бирҙе.

– Бөгөн эшлекле программала 1,5 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Сара мөһим, һөҙөмтәле булмаҡсы. Шул уҡ ваҡытта ил кимәлендә стратегик бурыстар ҡуйыласаҡ. Сарала транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендә профессиональ белгестәр менән бер рәттән бик күп йәштәр ҙә ҡатнаша. Тимәк, конгресс юғары кимәлдә, ҡыҙыҡлы, әүҙем үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә уңыштар теләйем, – тине Рөстәм Моратов.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев белдереүенсә, “Иң яҡшы йөк автомобиле водителе” конкурсында 18 төбәктән 57 водитель ҡатнашҡан.

– Еңеүселәрҙе ҡотлайым! Был ярыш ҡына булманы, водителдәр тәжрибә лә уртаҡлашты, һөнәренең яңы серҙәрен асты, – тине ул.

Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев та сәләмләне.

– Беҙ Евразия уртаһында, юлдар киҫелешендә, шуға конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ. Артабанғы йылдарҙа ла ул республикабыҙҙа уҙыр тип ышанам, – тип белдерҙе министр.

Был сарала ҡатнашыусылар төҙөлөштәге сит илдән килгән тауарҙарҙы үҙебеҙҙекеләр менән алыштырыу, ошо йәһәттән ярҙам программалары, өлкәне һанлаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында фекер алыша.

Фото: республика Хөкүмәте.

"Конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ"
"Конгрестың нәҡ беҙҙә үтеүе дөрөҫ"
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас