

Бөгөн, 20 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Иглин районында булды. Майский ауылында төбәк етәксеһе махсус хәрби операция бурысын үтәгәндә һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың ғаиләһен барып күрҙе. Радий Хәбиров хәрбиҙең ҡатыны Виктория Фәтхетдинова, уның ҡәйнәһе Светлана Бәширова һәм балалары Станислав һәм Самир менән аралашты. Республика етәкселеге яугирҙең туғандарына һәм яҡындарына бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
- Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә тәү сиратта ярҙам итәсәкбеҙ. Бында ике шәп малай үҫә. Береһенә - биш йәш, икенсеһенә – ике йәш. Улар хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Тормош юлдашының ҡустыһы бар, ул туғыҙынсы класты тамамлай, колледжға уҡырға инергә теләй. Әйҙәгеҙ, бында ла ярҙам итеү мөмкинлеген ҡарайыҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йәкшәмбелә, 18 сентябрҙә, Майский ауылында Денис Фәтхетдинов менән хушлашыу сараһы уҙҙы. Ул Иглин районының Көҙәй ауылында мәктәпте тамамлай, Өфө автотранспорт колледжында автомеханик һөнәре ала. Ашығыс хәрби хеҙмәттән һуң Денис Фәтхетдинов Сүриә биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ә 2022 йылдың йәйендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальонына инә. 11 сентябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.
Майский ауылында республика Башлығы шулай уҡ ауылдағы дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Ул 1939 йылда асылған, ә 2015 йылдан башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелгән. Белем биреү учреждениеһы мөдире, педагог Наталья Биктимерова һөйләүенсә, бер ҡатлы бинала алты кеше уҡый. Майскийҙан өлкән класс уҡыусылары Оло Теләктә белем ала, унда уларҙы мәктәп автобусы менән йөрөтәләр. Быйыл башланғыс мәктәп биләмәһендә заманса балалар майҙансығы төҙөлгән.
Артабан төбәк етәксеһе яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Ул 2022 йылда “Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы асылған. Майскийҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм интернетҡа тоташтырылған. Бында тәжрибәле белгес - шәфҡәт туташы Ләйлә Кайтаева ҡабул итә.
- Бик яҡшы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө! Рәхмәт! Медицина өлкәһендә 47 йыл эшләүемә ҡарамаҫтан, тағы ла эшләргә теләк бар әле, - ти Ләйлә Кайтаева.
Яңыртылған фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәттәре менән өс ауыл - Майский, Подольск һәм Яңы Өфө халҡы файҙалана.
- Был ауылдарҙа 400-гә яҡын кеше йәшәй. Үҙәк район дауаханаһына тиклем уларға - 60 саҡрым, ә Оло Теләк табип амбулаторияһына 12 саҡрым барырға кәрәк. Шуға күрә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бик кәрәк ине, - тип хәбәр итте Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов.
Башҡортостан Башлығы Иглин районы хакимиәтенә фельдшер-акушерлыҡ пункты янындағы биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамларға ҡушты.
- Ауыл амбулаторияларында йыш ҡына тәжрибәле фельдшерҙарҙы һәм шәфҡәт туташтарын осратам. Ауыл медицинаһы - тап һеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа, - тип рәхмәт әйтте Радий Хәбиров.
Майский ауылы халҡы менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инженер һәм социаль инфраструктураны үҫтереү пландарын тикшерҙе. Ауыл халҡы белдереүенсә, төп мәсьәләләрҙең береһе - үҙәкләштерелгән газ тәьминәтенең булмауы. Шунлыҡтан йорттарҙы электр йылытҡыстар йәки утын менән йылытырға тура килә.
2025 йылға тиклем ауылға зәңгәр яғыулыҡ килә, тип хәбәр итте төбәк Башлығы. Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән социаль газ үткәреү программаһы буйынса йорт биләмәләре сигенә газ бушлай биреләсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бынан тыш, республика программаһы буйынса льготалы категорияға ҡараған граждандарға йортҡа газ үткәреү өсөн 100 мең һумға тиклем сертификат алыуға ғариза бирергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.