Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 17:00

Радий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты

"Ике арала һәр саҡ ныҡлы бәйләнеш булды".

Радий Хәбиров Роман Головченко менән осраштыРадий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты
Радий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты

Бөгөн Өфөгә Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Александрович Головченко килде. Ул “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында ҡатнаша. Ошо хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

“Беҙ партнерҙар, шул иҫәптән сит илдә лә, эҙләү йәһәтенән план буйынса эш алып барабыҙ, ул үҙ һөҙөмтәһен бирә. 2021 йылдың декабренән алып Беларусь Республикаһы менән араны нығытабыҙ. Ә бөгөн Өфөлә был илдең Премьер-министры Роман Александрович Головченконы сәләмләйбеҙ. Ул “Транспорт һәм төҙөлөш” конгресында ҡатнаша. Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында һәр саҡ ныҡлы бәйләнеш булды, ә хәҙер был - берҙәм үҫешкә әүерелгән мөнәсәбәт тә. Ике-ара сауҙа хеҙмәттәшлеге нығына”, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров белдереүенсә, хеҙмәттәшлек нигеҙендә республикала бойҙай эшкәртеү буйынса ҡоролма әҙерләү заводы төҙөлә – “Амкодор” проекты. Бынан тыш, “МАЗ” сығарған шасси һәм махсус техниканы үҙебеҙҙә лә етештерә башлау мәсьәләһе тора.

“Беҙ Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы техникаһы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. Был йәһәттән Минск трактор заводы, "Гомсельмаш", "Запагромаш" компаниялары менән хеҙмәттәшлек миҫал булып тора. Шул уҡ ваҡытта санкциялар шауҡымында беҙҙә станоктарға ла ихтыяж бар. Бөгөн иһә оҙайлы ваҡытлы программалар булдырыу өҫтөндә эшләнек”, - тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы шуны ла билдәләй: алдағы йылда Өфө X Рәсәй-Белоруссия форумын ҡабул итә. Был тәңгәлдә гуманитар хеҙмәттәшлек нығынасаҡ.

Фото: республика Хөкүмәте.

Радий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты
Радий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты
Радий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты
Радий Хәбиров Роман Головченко менән осрашты
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас