

Өфө ҡалаһында “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы барыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Уның сиктәрендә “Яңы саҡырыуҙар, яңы шарттар – яңы логистика” тигән сессия эшләне. Ойоштороусыһы – “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Куйбышев тимер юлы, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
– Тимер юлдары – мөһим транспорт артерияһы, унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков әйтеүенсә, йыш күҙәтелгән, даими үҙгәреп торған заманда эш иткәндә үҙ-ара көслө хеҙмәттәшлек кәрәк, тығыҙ бәйләнештәр булдырыу зарур.
– Санкция баҫымы осоронда эш иткәндә тимер юлы тармағындағы ҡайһы бер йүнәлештәр үҙгәрҙе, – тине “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев фирма транспортын хеҙмәтләндереү территориаль үҙәге начальнигы Игорь Хахулин. – Уның ҡарауы, Алыҫ Көнсығыш, Байкал аръяғы, Красноярск һәм Көнсығыш–Себер йүнәлештәрендә тауар ташыу, бүтән хеҙмәттәр күрһәтеү ҙә ярайһы артты. Шул уҡ ваҡытта контейнер поездары йәһәтенән дә үҙгәреш, үҫеш күҙәтелде.
Игорь Хахулин һөйләүенсә, “Төньяҡ–көньяҡ” халыҡ-ара транспорт коридорының көнсығыш йүнәлеше транзит потенциалы проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар ҙа тимер юл өлкәһендә өр-яңы шарттарҙың тыуҙырылыуына ҡыуанысын йәшермәне, яңы логистиканың эшләүен хупланы.
Автор фотоһы.