

Раевкала йәшәгән Рузана Богданова социаль контракт ярҙамында үҙ эшен асҡан. Был хаҡта “Әлшәй хәбәрҙәре” хәбәрсеһе Фәнүзә Суфиянова бик ентекләп яҙып сыҡҡан. Рузананың был ҡыйыу аҙымы күптәргә өлгө булырлыҡ. 2005 йылда уҡ парикмахер һөнәренә уҡып сыҡһа ла, бик аҙ ғына ваҡыт эшләп өлгөрә. Тормошҡа сыҡҡандан һуң оҙаҡ ҡына декрет ялында ултырырға тура килә. Өс бала әсәһе ул. Малайҙар бәләкәй саҡта мәктәпкәсә ғаилә төркөмөн ойоштора, улар үҫә төшкәс, страховкалау агенты булып эшләй. Тик был һөнәр күңеленә һис тә ятмай.
– Күңел төбөндә парикмахер салоны асыу уйы бар ине. Башҡа эштә эшләһәм дә, яратҡан шөғөлөм менән дә булыштым, улдарымдың, туғандарымдың сәстәрен ҡырҡтым, тәртипкә килтерҙем. Тик мин үҙаллы эш башлау, ҡорамалдар, материалдар һатып алыу тураһында хыялланманым, сөнки ҡулдан килерлек төҫлө тойолманы, – тип хәтерләй Рузана Марсель ҡыҙы.
Йәш әсә эшһеҙлек буйынса иҫәпкә тора. Осраҡлы рәүештә адреслы социаль ярҙам хаҡында белеп ҡала һәм райондың мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Белгестәр уға кәңәш бирә, документтар әҙерләшә. Бизнес-проекты һынау үткәндән һуң эшен асыу өсөн 250 мең һум аҡса бүләләр, мәшғүллек хеҙмәте аша визажист, колорист һөнәрҙәрен дә үҙләштерә.
– Мин клиенттарыма уңайлы булһын өсөн матур, ял итә алырлыҡ, йәшәгән йорттан алыҫ булмаған салон асырға теләнем. Үҙебеҙҙең ерҙе бүлеп, ҙур булмаған, айырым ишеге, ҡоймаһы булған бик йыйнаҡ, күркәм бина төҙөнөк. Кредит та алырға тура килде, - ти Рузана.
Богдановтар ғаиләһе эшкә күмәкләп тотонған. Йорт хужаһы Илшат Богданов һөнәре буйынса электрик, төҙөлөш серҙәрен дә белә. Аталарына 15 йәшлек Руслан, 13 йәшлек Милан, 12 йәшлек Эльдар ҙа ярҙам итә. Туғандар ҙә ситтә ҡалмай. Бина әҙер булғас, контракт аҡсаһына ҡорамалдар, балалар өсөн кресло алына. ”Бер ниҙән дә ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу рәүештә хыялығыҙға табан барығыҙ,” - тип кәңәш бирә ул үҙ эшен асырға теләүселәргә.
Фәнүзә Суфиянова фотолары.