Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 11:30

Йәшлек йәштәрсә төҙөй

Башҡортостанда “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе Халыҡ-ара конгресс сиктәрендә төҙөлөш өлкәһендәге оҫталыҡ буйынса “СтройЮность” йәштәр конкурсы уҙғарыла.

Йәшлек йәштәрсә төҙөйЙәшлек йәштәрсә төҙөй
Йәшлек йәштәрсә төҙөй

Башҡортостанда “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе Халыҡ-ара конгресс сиктәрендә төҙөлөш өлкәһендәге оҫталыҡ буйынса “СтройЮность” йәштәр конкурсы уҙғарыла.

“Конкурстың төп маҡсаты – төҙөлөш тармаҡтарында эшләгәндәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу һәм уларҙың хеҙмәт баҙарындағы көнәркәшлеген арттырыу”, – тине Башҡортостандың  мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Чемпионатта 35  йәшкә тиклемге студенттар һәм йәш эшселәр ҡатнаша. Конкурс 11 номинация буйынса үткәрелә. «СтройЮность» конкурсы сиктәрендә беренсе тапҡыр профйүнәлеш майҙансыҡтары эшләй. Мәктәп уҡыусыларына төҙөлөш өлкәһендәге 14 һөнәрҙе төшөнөү мөмкинлеге бирелә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас