Иҡтисад
20 Сентябрь 2022, 13:15

Юлдар яҡшыра!

«Транспорт һәм төҙөлөш» конгресында Башҡортостандың юл тармағы үҫеше хаҡында һөйләнеләр.

Юлдар яҡшыра!Юлдар яҡшыра!
Юлдар яҡшыра!

Өфөлә «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы барышында төбәк артерияларына арналған пленар ултырышта Башҡортостанда юл төҙөлөшө буйынса пландар менән таныштырҙылар.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев республикала өс федераль трасса бар, уларҙың һәр ҡайһыһында етди эштәр алып барыла тип билдәләне. Күп һанлы урындағы юлдарҙағы кеүек үк. Дөйөм оҙонлоғо буйынса республиканың юл селтәре 55,6 мең тәшкил итә һәм Алтай крайынан ғына ҡалыша.

- 69 саҡрым оҙонлоҡтағы участка Башҡортостан биләмәһендәге биш тораҡ пунктты урап үтергә мөмкинлек бирә. Хәҙер яңы киҫелештә эштәр тулы ҡеүәттә бара, - тип билдәләне «Урал буйы» юл идаралығының баш инженеры Александр Михайлов.

Дөйөм алғанда М5 «Урал» трассаһының 124 саҡрымы норматив хәлгә килтерелгән дә инде, 76 саҡрымында бындай эш 2024 йылда тамамлау перспективаһы менән алып барыла һәм тағы 108 саҡрым самаһы нормативтарға еткерергә кәрәк буласаҡ ҡына. Хәҙер бының өсөн тейешле документация әҙерләнә.

М7 федераль юлының оҙонлоғо 186 саҡрым тәшкил итә, шуның 72 саҡрымы 4-6 һыҙатта норматив киңлеккә эйә, ике участкала киңәйтеү эштәре алып барыла.

Фото һәм сығанаҡ: resbash.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас