

Бөгөн “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе халыҡ-ара конгресы барышында Рәсәй төбәктәре төҙөүселәре ассоциацияһы съезы ла үтте. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.
Сарала шулай уҡ әлеге өлкәлә эш алып барған Мәскәү, Ҡырым, Краснодар крайы, Волга буйы, Беларусь, Үзбәкстан төҙөүселәре ҡатнашты. Съезд сиктәрендә Башҡортостан ассоциацияһын асыҡ итергә хәл ителде. Хәҙер унда теләгән һәр кем (төҙөүсе) инә ала.
– Республика алдында ҙур һәм мөһим бурыстар тора – беҙ 2030 йылға ҡәҙәр йылына дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүгә өлгәшергә тейешбеҙ. Былтыр 2,9 миллион квадрат метр төҙөнөк, быйыл күрһәткестәрҙе өс миллионға еткерҙек, - тип билдәләне Андрей Назаров. – Әле был өлкәлә инновациялы аҙымдарға барабыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан торлаҡ һәм ипотека баҙары экосистемаһы уңышлы эшләп килә. Ошо тәңгәлдә 2023 йылда беҙ “Ипотека менюһы” проектын тормошҡа ашырыусы тәүге төбәк булабыҙ.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһы ярҙамында төҙөлгән торлаҡты ҡабул итеү срогы кәмегән, иҫке һәм яңы йорттар араһында минималь ара булдырылған, торлаҡ төҙөгәндә объект янында балалар баҡсаһы, мәктәп, туҡталҡалар урынлаштырыу тәртибе булдырылған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.