

Өфө ҡалаһында “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы бара. Өфөлә булдырылған Рәсәй премияһына дәғүә иткән төҙөлөш компанияларының исемлеге асыҡланды. Urban Awards компанияһының генераль директоры Ольга Хәсәнова билдәләүенсә, ошо премия буйынса тәүге конкурс Өфөлә үткәрелә, ундай бәйге илебеҙҙең бүтән бер төбәгендә лә уҙғарылмаған.
Әйткәндәй, республикабыҙҙың төҙөүселәр Ассоциацияһының торлаҡ төҙөлөшө тураһындағы премияһын булдырыуын Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған.
– Торлаҡҡа ихтыяж кәмеһә лә, Өфө төҙөүселәре фатирҙарҙы күпләп һата һәм кемдәр ТОП-10 исемлегенә ингән, уларҙың барыһы ла премия номинанты булды, – тине Ольга Хәсәнова. – Төҙөүселәрҙең 50 проценты конкурста ҡатнашрға заявка бирҙе, улар жюри ҡарамағына 37 объектты тапшырҙы.
Шулай итеп, премия номинаттары түбәндәгеләр: “Первый трест”, “Третий трест”, “ПСК-6, КПД, “СтройТэк”, “Иск г. Уфы” һәм башҡалар.
Артабан номинаттар өсөн тауыш йыйыу башлана. 14 декабрҙә Өфөлә еңеүселәр бүләкләнә.
Фото: Айгөл Нурғәлиева.