Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 16:30

Александр Шельдяев: “Ил Президентының әйткәнен үтәйбеҙ”

Владимир Путин хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларында етештереү күләмен арттырырға саҡырҙы.

Александр Шельдяев: “Ил Президентының әйткәнен үтәйбеҙ”Александр Шельдяев: “Ил Президентының әйткәнен үтәйбеҙ”
Александр Шельдяев: “Ил Президентының әйткәнен үтәйбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев:

“Ил етәксеһе ҡушыуы буйынса республикабыҙҙа бер нисә сара эшләнгән:

- аҙыҡ-түлек етештергән предприятиеларҙың хәрби-сәнәғәт комплексы өсөн тауар етештереү мөмкинлеген ҡарау. Дөйөм алғанда, республиканың оборона сәнәғәте предприятиеларында хәрби продукция етештереү күләме былтыр 150 процентҡа артҡан;

- хәрби-сәнәғәт предприятиеларының етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгән инвестиция проекттары Сәнәғәт үҫеше фонды аша үткән ярҙам сараларын күрһәтеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора;

- Башҡортостанда барлыҡҡа килгән һигеҙ кластер составына ингән оборона сәнәғәте предприятиелары 2023 йылдың 1 ғинуарынан индереләсәк ярҙам сараларына иҫәп тота ала;

- кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Бөгөнгө көндә УМПО (ике мең тирәһе кеше), КумаПП (300) һәм башҡалар өсөн эшселәр етмәй.

Быға өлгәшеү өсөн нимә эшләнә?

УМПО базаһында эшләгән Ростехтың етештереү-уҡытыу үҙәге Башҡортостанда урынлашҡан предприятиелар өсөн иң популяр һөнәрҙәр — токарь, фрезеровщик, станоктар операторы һ.б. эшселәр әҙерләй. Үҙәктең ҡеүәте йылына 2000 кешене уҡытып сығарыуға иҫәпләнгән. Был һан үҫәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан колледждары студенттары өсөн стажировка ойоштороу планлаштырыла, уҡыу программаһында машиналар эшләү йүнәлеше лә бар.

Юғары уҡыу йорттарында эшсе һөнәрҙәр буйынса дәүләт тарафынан финансланған урындар һанын арттырыу саралары күрелә.

Республика Башлығы хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ төҙөргә йәки сәнәғәт предприятиеларын ошо маҡсатта файҙаланырға ҡарар итте.

Әлеге ваҡытта республикала дәүләт оборонаһы бойороғон үтәгән 18 предприятие бар. Шуларҙың 14-е Хәрби-сәнәғәт комплексы реестрына индерелгән, шул иҫәптән Ростех структураһы”.

Фото Александр Шельдяевтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас